+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
27 Ғинуар 2023, 16:40

Йөҙ йыллыҡ тарихтары бар

Башҡортостанда йәштәр өсөн матбуғат баҫмалары бынан 100 йыл элек сыға башлай. 1923 йылдың 12 ғинуарында республикабыҙҙа «Йәш юҡсыл» тип аталған гәзиттең беренсе һаны донъя күрә. Шулай итеп, республикабыҙҙың йәштәр өсөн сыҡҡан гәзиттәре «Йәшлек», «Өмет», «Молодёжная газета» быйыл 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй.

Әйткәндәй, «Ленинсы» 1990 йылда «Ленинец» гәзитенең башҡортсаға тәржемәһе булып сығыу­ҙан туҡтай. «Йәшлек» тип аталып, үҙ аллы донъя күрә башлай. Бынан һуң ул халыҡҡа бигерәк тә яҡыная, тиражы ла арта. Редакция баш­ҡорт йәштәрен берләштереп, төрлө саралар үткәрә. «Урал моңо», «Һылыуҡай», «Йәшлек-шоу» конкурстарын тәү башлап «Йәшлек» ойошторҙо бит. Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһына конкурс та тәүҙә ошо гәзит тарафынан иғлан ителде һәм бер нисә йыл редакция уны тапшырып килде.
Әле лә төрлө ижади бәйгеләр ойоштороп торалар. Йыш ҡына гәзит уҡыусыларҙың, «Йәшлек»те нәҡ ошо рубрикаһы өсөн алдырам, тиеүен ишетергә мөмкин. Тимәк, баҫма биттәрендә һәр кем үҙенә тәғәйен материал таба ала. «Йәшлек» башҡорт баҫмаларынан иң күп тиражлы булып, халыҡ гәзитенә әйләнде.
Йәштәр гәзиттәрен юбилейҙары менән Баш­ҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров та ҡотланы. «Һеҙ рухи һәм ғаилә ҡиммәттәрен, милли йолаларҙы, Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлауға, илһөйәрлек тәрбиәләүгә, сәләмәт тормошто таратыуға ҙур өлөш индерәһегеҙ. Ялған мәғлүмәттәр ағымына һөҙөмтәле ҡаршы тораһығыҙ, уҡыусыларығыҙға дөрөҫ мәғлүмәт бирәһегеҙ, йәш быуынды илебеҙҙең тарихына һәм мәҙәниәтенә ылыҡтыраһығыҙ», – тип белдергән ул.
Гәзит уҡыусылары менән көслө. «Йәшлек» менән «Өмет» һаман да үҙ йөҙө булған иң уҡымлы баҫмалар иҫәбендә. Уларҙы яраталар, хөрмәт итәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, «Молодёжная газета» хәҙер электрон вариантта ғына сыға.
Ҡәләмдәштәребеҙҙе байрамдары менән ихлас ҡотлайбыҙ. Ижади үрҙәр теләйбеҙ. Артабан да уҡыусыларығыҙҙың иң яратҡан баҫмаһы булып ҡалығыҙ!

Йөҙ йыллыҡ тарихтары бар
Йөҙ йыллыҡ тарихтары бар
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: