+13 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
31 Ғинуар 2023, 16:43

Альбина апайға - 85 йәш

Альбина апай Исхаҡованы белмәгән кеше һирәктер. Уны «Тамыр»ҙың өләсәһе тип атайҙар,  башҡорт биҙәүестәре – түшелдеректе тергеҙеүсе оҫта булараҡ маҡтап телгә алалар.  

Альбина апайға - 85 йәш
Альбина апайға - 85 йәш

 Ҡул эштәре күргәҙмәһе хатта Мәскәүҙә лә ойошторолдо. Һоҡланғыс шәхес, «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы кавалеры.

25 ғинуарҙа Альбина Хажим ҡыҙына 85 йәш тулды. Ихлас ҡотлайбыҙ һәм ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ.

Альбина апай 1938 йылда Әбйәлил районы Асҡар ауылында тыуған. Балалар йортонда тәрбиәләнә. Өфөләге 1-се интернат-мәктәпте тамамлай.

 Спорт гимнастикаһы (1958) һәм саңғы (1959) буйынса Башҡорт АССР-ы чемпионы. Спорт гимнастикаһы буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1959).

Ул - хатта «Байыҡ» республика конкурсы лауреаты ла (2011).  

Тормош иптәше, ғалим инженер-механик  Фәнис ағай Исхаҡов менән бергәләп 80  йәштә ГТО нормаларын алтын миҙалға үтәгәндәр. Әйткәндәй, улар – синыфташтар. Ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ейәндәре Сыңғыҙ менән Искәндәр Ханнановтар «Тамыр»ҙың тәүге тапшырыуҙарын алып барыусылар ине. 

Фото асыҡ сығанаҡтан.

 

Альбина апайға - 85 йәш
Альбина апайға - 85 йәш
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: