+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
8 Февраль 2023, 12:35

«Сая киләсәкте һөйләр Ишҡурай»

Ошондай исем менән филармонияла  шәп концерт буласаҡ. Башҡортостандың халыҡ артисы,атаҡлы ҡурайсы Ишморат Илбәков үҙе лә: «Килегеҙ, Алла бирһә! Ныҡ матур булырға оҡшай!» – тип ижадын һөйөүселәрҙе был тамашаға саҡыра.

«Сая киләсәкте һөйләр Ишҡурай»
«Сая киләсәкте һөйләр Ишҡурай»

Байрам кисәһенең режиссёры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова. Мәскәүҙән, Татарстандан, Ҡаҙағстандан ҡунаҡтар килеүе көтөлә. Шулай уҡ Башҡорт дәүләт филармонияһының солистары, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов етәкселегендә ҡурайсылар, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия  халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре һәм ижадташ дуҫтары сығыш яһаясаҡ.

10 февралдә тамашаға рәхим итегеҙ! Башлана 19.00 сәғәттә. (6+)

 

Ҡыҫҡаса мәғлүмәт: Ишморат Ҡәйүм улы Илбәков Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылында 1963 йылдың 10 февралендә донъяға килә. Бала саҡтан музыкаға ғашиҡ үҫмер егет Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай бүлегенә уҡырға инә. Артабан белемен Ҡорманғаҙы исемендәге Ҡаҙаҡ милли консерваторияһының халыҡ музыкаһы факультетында камиллаштыра.

Ишморат Илбәков – «ишҡурай» тип аталған музыка ҡоралының патент эйәһе. Ябай ҡурайҙан айырмалы, ун ике ҡурайҙы бер ҡурай эсенә һыйҙырған был уйын ҡоралында бөтә һөнәри музыка алымдарын һәм талаптарҙы ҡулланып, башҡорт халыҡ һәм заманса көйҙәрҙе лә үҙең теләгән музыкаль тоналлектә башҡарырға мөмкин.

Башҡортостандың халыҡ артисы Ишморат Илбәков – Рәсәйҙә генә түгел, Европа илдәрендә, АҠШ-та концерттар менән сығыш яһап, башҡорт сәнғәтенә ҙур өлөш индереүсе шәхес.

 

Фото: vk.com

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: