+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Юбилейҙар
2 Март 2023, 04:00

«Шоңҡар»ҙың иң тәүге баш мөхәррире

Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты, шағирә Таңһылыу Ҡарамышева Бөрйән районының Байназар ауылында тыуған.

«Шоңҡар»ҙың иң тәүге баш мөхәррире«Шоңҡар»ҙың иң тәүге баш мөхәррире
«Шоңҡар»ҙың иң тәүге баш мөхәррире

Өфөләге 1-се башҡорт интернат-мәктәбен, Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Хеҙмәт юлын «Башҡортостан ҡыҙы» журналында башлай. Оҙаҡ йылдар Башҡортостан матбуғатында эшләй: «Ленинсы», «Йәшлек», «Башҡортостан пионеры» (хәҙерге «Йәншишмә») гәзиттәрендә, «Һәнәк», «Ағиҙел» журналдарында. Ә 1993 йылдан ул йәштәр журналы «Шоңҡар»ҙы ойоштороуҙа ҡатнаша. 1994 йылдан баҫманың баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә.

Таңһылыу Ҡарамышева шағирә булараҡ, «Саҡыр мине», «Ҡосағыңа ал, тормош!», «Тиҫтерҙәрем», «Гөлләмә», «Күңелем доғалары», «Донъя – даръя», «Сәскәле йән», «Сәғәҙәт сәғәте», «Мәңгелек сәфәр», «Көҙ йәйе» китаптары аша беләбеҙ.

Бөгөн уға – 75 йәш. Таңһылыу Фаяз ҡыҙын олпат юбилейы менән ҡотлайбыҙ, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, оҙон ғүмер итеүегеҙҙе теләйбеҙ.

 

СӘСЕҮСЕ

 

Бер яҙ сәсеп, икенсе яҙ

Сәсмәй ҡалмай игенсе.

Яҙ – өмөтө сәсеүсенең,

Өмөтһөҙлөк түгелсе!

 

Һәр яҙ сәсә, белмәһә лә

Уңыш ниндәй булырын.

Уйламай ул сәскәненең

Ҡыуан елдән ҡоророн.

 

Уйламай ул ғәрәсәтте –

Сәсә баҫыу, баҡсаға.

Уйламай ул Хоҙай өсөн,

Ул үҙ эшен башҡара.

 

Өмөтлө мин сәсеүселәй!

Насип булыр яҙғаны.

Сәсәмен тик яҡшылыҡты!

Алла эше – ҡалғаны.

 

Фото: vk.com

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас