+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
3 Март 2023, 10:37

«Шоңҡар»ҙың иң тәүге баш мөхәррире

Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты, шағирә Таңһылыу Ҡарамышева Бөрйән районының Байназар ауылында тыуған.

«Шоңҡар»ҙың иң тәүге баш мөхәррире
«Шоңҡар»ҙың иң тәүге баш мөхәррире

Өфөләге 1-се башҡорт интернат-мәктәбен, Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Хеҙмәт юлын «Башҡортостан ҡыҙы» журналында башлай. Оҙаҡ йылдар Башҡортостан матбуғатында эшләй: «Ленинсы», «Йәшлек», «Башҡортостан пионеры» (хәҙерге «Йәншишмә») гәзиттәрендә, «Һәнәк», «Ағиҙел» журналдарында. Ә 1993 йылдан ул йәштәр журналы «Шоңҡар»ҙы ойоштороуҙа ҡатнаша. 1994 йылда баҫманың баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә.

Таңһылыу Ҡарамышеваны, шағирә булараҡ, «Саҡыр мине», «Ҡосағыңа ал, тормош!», «Тиҫтерҙәрем», «Гөлләмә», «Күңелем доғалары», «Донъя – даръя», «Сәскәле йән», «Сәғәҙәт сәғәте», «Мәңгелек сәфәр», «Көҙ йәйе» китаптары аша беләбеҙ.

Бөгөн уға – 75 йәш. Таңһылыу Фаяз ҡыҙын олпат юбилейы менән ҡотлайбыҙ, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, оҙон ғүмер итеүегеҙҙе теләйбеҙ.

 

СӘСЕҮСЕ

 

Бер яҙ сәсеп, икенсе яҙ

Сәсмәй ҡалмай игенсе.

Яҙ – өмөтө сәсеүсенең,

Өмөтһөҙлөк түгелсе!

 

Һәр яҙ сәсә, белмәһә лә

Уңыш ниндәй булырын.

Уйламай ул сәскәненең

Ҡыуан елдән ҡоророн.

 

Уйламай ул ғәрәсәтте –

Сәсә баҫыу, баҡсаға.

Уйламай ул Хоҙай өсөн,

Ул үҙ эшен башҡара.

 

Өмөтлө мин сәсеүселәй!

Насип булыр яҙғаны.

Сәсәмен тик яҡшылыҡты!

Алла эше – ҡалғаны.

 

Фото: vk.com

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: