+19 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
3 Март 2023, 08:15

Яратҡан артисткабыҙҙың юбилейы

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Алһыу Ғәлина үҙенең күркәм юбилейын билдәләй.

Яратҡан артисткабыҙҙың юбилейы
Яратҡан артисткабыҙҙың юбилейы

Алһыу Вәнзир ҡыҙы – башҡорт яҙыусыһы, фольклорсы Зыя Өммәти, филология фәндәре докторҙары Әхнәф Харисов, Рәйеф Әмиров, фольклорсы, тарих фәндәре кандидаты Әбүбәкер Усманов, яҙыусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе Флүрә Әхмәрова, Башҡортостандың халыҡ артисы Филарит Бакиров, актёрҙар һәм режиссёрҙар әҙерләүҙә иң алдынғы белгестәрҙең береһе, профессор Фәрдүнә Ҡасимова, Башҡортостандың халыҡ рәссамы Зөфәр Ғаянов, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, рәссам Илдар Ғаянов һәм башҡа бик күп билдәле шәхестәрҙең яҡташы. Ул – Балтас районы ҡыҙы. 1996 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай һәм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эш башлай. Әлеге көндә Салауат Әбүзәрҙең «Хыялый», Эсфир Йәһүҙиндың «Йүгер, Харис, йүгер», Ҡол Ғәлиҙең «Йософ һәм Зөләйха», Туфан Миңнуллиндың «Һөйәркә», Таңсулпан Ғарипованың «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға», Николай Крашенинниковтың «Амеля», Виктория Емелёваның «Балам», Илшат Йомағоловтың «Мөхәббәт амурҙары» пьесаһы буйынса «Мөхәббәт ҡоштары» һәм башҡа спектаклдәрҙә уйнай.

Флорид Бүләковтың «Шайморатов генерал»ы, Мирхәйҙәр Фәйзиҙең «Аҫылйәр»е, Илшат Йомағоловтың «Нәркәс»е, Туфан Мңнуллиндың «Мин – ҡатын-ҡыҙ»ы... Алһыу Вәнзир ҡыҙы бик күп спектаклдәрҙе үҙенең ролдәре менән биҙәй. Ә минең хәтеремә Мостай Кәримдең «Айгөл иле»ндәге (режиссёры – Азат Нәҙерғолов) Алһыу Ғәлина уйнаған Айгөл роле уйылып ҡалған. 1999 йылда сәхнәгә сыҡҡан был драманы ҡарағанда: «Эх, әсәһенә (Зөлхәбирә ролендә – Таңсулпан Бабичева) эйәреп, Италияға китмәһә ярар ине», – тип уйлап ултырғайным.

Алһыу Ғәлинаны алтын юбилейы менән ҡотлайбыҙ! Ижади үрҙәр, бәхет-шатлыҡтар, сәләмәтлек, оҙон-оҙаҡ сәхнә күрке булып, тамашасыларҙы ҡыуандырыуын теләйбеҙ.

 

Фото: http://bashenc.online/ba/articles/81599/

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: