+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
8 Март 2023, 09:30

«Тамыр» балалар студияһын ойоштороусы

Бөгөн билдәле режиссёр, тележурналист Луиза Фархшатова үҙенең юбилейын билдәләй.

Луиза Азамат ҡыҙы Урал мәктәбен тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, Башҡорт АССР‑ының Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетында хеҙмәт юлын башлай. Ошо йылдың 1 сентябренән Башҡортостан радиоһының музыкаль мөхәррире итеп тәғәйенләнә.

1992 йылда «Тамыр» балалар студияһы ойошторола. Луиза Фархшатова уның художество етәксеһенән алып директорына тиклем хеҙмәт юлы үтә. Артабан 2000 йылдың октябренән 2006 йылғаса  «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директор урынбаҫары һәм телевидение студияһы директоры була.

Шулай уҡ Луиза Азамат ҡыҙы китаптар ҙа нәшер итә. Белгегеҙ килһә, уның Йәшәмеш тураһындағы мажаралары «Йәншишмә» гәзитендә лә донъя күрҙе.

2022 йылда Луиза Фархшатова Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнде. Арҙаҡлы милләтәшебеҙҙе күркәм ғүмер байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Уға ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, ҡыуаныс-бәхеттәр теләйбеҙ.

 

Фото: vk.com

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: