+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
10 Март 2023, 15:00

«Рухи байлыҡ кире ҡайтыр»

Бөгөн йырҙар авторы, талантлы педагог Борис Хәйретдиновҡа – 75 йәш.

«Рухи байлыҡ кире ҡайтыр»
«Рухи байлыҡ кире ҡайтыр»

Борис Дилмөхәмәт улы Баймаҡ районының 2-се Этҡол ауылында тыуған. 1977 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Күп йырҙар һәм шиғырҙар авторы булараҡ, тыуған яғына булған һөйөүен йырҙарына,  әҫәрҙәренә һалған. Ул һәүәҫкәр композитор ғына түгел, яҙыусы ла. «Һағынмаҫ та инем...», «Ирәндек гәүһәрҙәре», «Ете лә генә ырыу, береһе – Бөрйән», «Ғүмерем биҙәктәре» һәм башҡа китаптары баҫылып сыҡты.

«Юлдаш» радиоһында барған «Йәшәү йәме» (авторы – Әнисә Муллағолова) тигән тапшырыуҙа  биргән әңгәмәһендә: «Ни хәтлем байлығың күп булһа, шул хәтлем һинең рухи байлығың әҙ була. Ни хәтлем рухи байлығың күп булһа, шул хәтлем теге матди байлыҡҡа ынтылыу әҙәйә. Сөнки ул бөгөн бар, иртәгә – юҡ. Ә рухи байлыҡты кешенән айыра алмайҙар. Матди байлыҡты теләһә, кеше бөгөн айырып алып, үҙеңде зинданға ташлап, тегенеһен хөкүмәткә ҡайтарыуы мөмкин. Шуға тиҙҙән рухи байлыҡ кире ҡайтыр, тип уйлайым. Иң тәүҙә беҙгә тәрбиә кәрәк. Шул ваҡытта бөтә булған дәүләттә тәртип буласаҡ. Тәртип булған дәүләт кенә алға бара», – ти.

Борис Дилмөхәмәт улын 75 йәшлек күркәм байрамы менән ҡотлайбыҙ. Артабан да яңынан-яңы әҫәрҙәр ижад итеп, беҙҙе ҡыуандырып торорға яҙһын.

 

Фото: vk.com

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: