+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
10 Март 2023, 13:00

«Йөрәк һүҙе»геҙ йөрәккә етә

Наилә Әбделхай ҡыҙы Байкова Салауат башҡорт дәүләт драма театрын 1998 – 2014 йылдарҙа етәкләне.

«Йөрәк һүҙе»геҙ йөрәккә етә
«Йөрәк һүҙе»геҙ йөрәккә етә

Гастролдәр менән Өфөгә килгән саҡта залда шығрым тулы тамашасы була ине. Илфат Йомағоловтың «Нәркәс», Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә», «Салауат. Өн аралаш ете төш», Нәжиб Асанбаевтың «Зәйтүнгөл», «Көҙән башҡорто», Туфан Миңнуллиндың «Шулай булды шул...» һәм башҡа спектаклдәрҙе ҡайтанан-ҡайта ҡарарға була.

Ә бөгөн Наилә Әбделхай ҡыҙын Сәфәрғолова, тип беләбеҙ. «Йөрәк һүҙе» проекты авторы һәм етәксеһе ул. 2017 йылдан алып уҙғарылған шиғриәт бәйгеһендә лә – залда шығрым тулы тамашасы. Был тура ла үҙе лә: «Башҡорт телен һаҡлау һәм яҡлау ниәте менән сентябрь айында урамдарға сыҡҡан милләттәштәребеҙҙең оран булып яңғыраған аһ-зарынан тыуған мәҙәни бер сара булды ул», – ти. Шулай уҡ ул – Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты.

Бөгөн Наилә Әбделхай ҡыҙы күркәм байрамын - 60 йәшен билдәләй. Туған тел, Тыуған ил, ғәзиз халҡым, тип борсолған милләттәшебеҙгә рух ныҡлығы, ҡоростай сәләмәтлек теләйбеҙ.

 

Фото: vk.com

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: