+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
14 Март 2023, 16:57

Ябай хәбәрсенән етәксегә тиклем

Бөгөн – билдәле радиожурналист, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы директоры урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаеваға – 60 йәш.

Тәнзилә Абдулла ҡыҙы 1988 йылда Михаил Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлаған. Шунан алып ул – «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре. Ябай хәбәрсенән етәксегә тиклем үҫеш юлы үткән Тәнзилә Үлмәҫбаева «Журналистикаға килеүемдең сәбәбе – бала саҡтан уҡ матур итеп һөйләгән кешеләрҙе тыңларға яратыуҙа», – ти.

Ғаиләһенә килгәндә, Тәнзилә Үлмәҫбаева Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин менән 30 йыл иңгә-иң терәшеп ғүмер итә. Тәнзилә апай үҙе лә был турала: «Икебеҙ бер кешегә әйләнеп бөткәйнек», – ти. Улар ике балаға ғүмер биргән: улдары Салауат һәм ҡыҙҙары Гүзәлиә. Тәнзилә Абдулла ҡыҙы – ейәнсәрҙәрен яратҡан бәхетле өләсәй.

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика премияһы лауреаты Тәнзилә Үлмәҫҡолованы матур байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ. Уға ныҡлы һаулыҡ, балаларының, ейәнсәрҙәренең уңыштарына һөйөнөп, эшенән йәм табып, оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ.

 

Фото: vk.com

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: