+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
16 Март 2023, 10:36

Уның ижадында башҡорт халҡының тарихы

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы Жәлил Сөләймәновҡа – 55 йәш.

Уның ижадында башҡорт халҡының тарихы
Уның ижадында башҡорт халҡының тарихы

Ул – күренекле ғалим Әхмәт Сөләймәновтың улы. Бөрйән районы Нәби ауылында тыуған. 1995 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлай. 1996 – 1999 йылдарҙа Рәсәй сәнғәт академияһында аспирантурала уҡый. Ижади оҫтаханала стажировканы СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллин етәкселегендә үтә. 1995 йылдан алып Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһында эшләй. 2002 йылдан Өфө сәнғәт училищеһында уҡыта.

Жәлил Сөләймәнов Башҡортостан буйлап йөрөп, йыш ҡына күргәҙмәләр, осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре ойоштора. Уның эштәре Михаил  Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, «Урал», Магнитогорск, Яр Саллы ҡала галереялары коллекцияларында, Рәсәй һәм сит илдәрҙә (Англия, Германия, АҠШ, Сербия) шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. Тыуған яҡтың хозур тәбиғәте, башҡорт халҡының тарихы, рухи нигеҙҙәре сағыла уның ижадында.

«Кешеләр һәм тауҙар», «Тотем», «Ҡурай тураһында легенда», «Үгеҙ менән көрәш», «Сикһеҙ юл» күргәҙмә проекты (ошо ижади эш өсөн Башҡортостандың Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты була), «Көҙгө урман», «Ҡарағас», «Буш сәңгелдәк», «Сәсән», «Ҡыҙ менән Ай» һәм башҡа картиналары аша Жәлил Әхмәт улының үҙ эшенең оҫтаһы икәнен күрәбеҙ, башҡорт һынлы сәнғәтенең сағыу йондоҙо икәнлегенә инанабыҙ.

Жәлил Сөләймәновты тыуған көнө менән ҡотлап, уға тағы ла юғарыраҡ ижади үрҙәр, эшендә дәрт һәм көс, халҡыбыҙға илһам бирерҙәй тағы ла бихисап картиналар циклдары менән ҡыуандырыуын теләйбеҙ.

 

Фото: vk.com

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: