Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Филология факультетының башҡорт-урыҫ бүлеген тамамлап, уҡытыусы булып эш башлай. Журналист, уҡытыусы, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре... «Тормош һабаҡтары» дәреслеген төҙөүсе... «Аҡ тирмә» үҙәгенең етәксеһе... «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәгендә яуаплы сәркәтип... Халҡыбыҙға аң, рух, ғәм, ырыҫ, моң, аҡыл һәм ҡот төшөнсәләрен асып биргән «Арғымаҡ» китабы авторы...
Шулай уҡ Мәрйәм Бураҡаева – балалар күңелендә телһөйәрлек, илһөйәрлек тәрбиәләүсе балалар лагерын асыусы ла ул. «Йәншишмә» гәзитенә һәр йәй Башҡортостандың төрлө райондарында ойошторолған «Йәйләү» профилле сменала ял итеүсе балаларҙан күңелле хаттар килә. Улар лагерҙа халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, Башҡортостаныбыҙ тарихын, мәҙәниәтен өйрәнә. Мауыҡтырғыс бәйгеләр, билдәле кешеләр менән осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, төрлө уйындар уларҙа ыңғай тойғолар ҡалдыра.
Мәрйәм Сабирйән ҡыҙын бөгөнгө олпат юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Һеҙҙең ижадығыҙҙы, эшмәкәрлегегеҙҙе хөрмәт итәбеҙ. Һеҙгә бары тик изге теләктәр, ҡыуаныс-шатлыҡтарға төрөнөп, оҙон-оҙаҡ йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.
Фото: vk.com