-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
31 Март 2023, 10:00

Илһам, дәрт алырҙай йырҙар бүләк итә

Салауат Юлаев ордены кавалеры, яҙыусы, билдәле композитор Рәмил Ғимрановҡа – 70 йәш.

Илһам, дәрт алырҙай йырҙар бүләк итә
Илһам, дәрт алырҙай йырҙар бүләк итә

 

Уның йырҙарын алтмышлаған төрлө быуын артистары яратып башҡара: Зәки Мәхмүтов, Азамат Тимеров, Гөлсәсәк, Шәрипова, Ғәзим Ильясов, Салауат Фәтхетдинов, Инсаф Ғәлимов, Харис Шәрипов, Алһыу Бәхтиева, Фирзинә Абдуллина, Фәрүәз Урманшин, Резеда Әминева, Баязит Байназаров, Юнир Һағынбаев, Зилиә Бәхтиева...

Рәмил Мөхәмәтхәй улы - бихисап шиғырҙар авторы. Үҙенең шиғырҙарына үҙе көй яҙып, үҙе моңло итеп башҡара ла ул. Шундай шиғырҙарының береһе:

МИН ЫШАНАМ

 

Күк йөҙөндә талғын ғына осҡан

Торна тауыштарын ишетәм.

Һағыш менән үҙем яңғыҙ ҡалам,

Шул торналар менән һин китһәң.

 

Һынауҙар бит һәр кемгә лә килә,

Түҙергә шул, йәнем, көс кәрәк.

Мөхәббәттең әсе елдәренә

Түҙгәндәре була бик һирәк.

 

Өмөт һүнмәй, ҡоштарым да ҡайтыр,

Һағыш ҡына йәнде өҙгөләр.

Мин ышанам, бер-береһен һөйгән

Йәндәр генә түҙә беләләр.

 

Рәмил Ғимранов (псевдонимы - Рәмил Ғимрани) Ғафури районының Үзбәк ауылында тыуып үҫкән. Стәрлетамаҡ ҡалаһында мәҙәни-ағартыу училищеһының режиссура бүлеген тамамлай. Диплом алғас, башта Тимер юлсылар мәҙәниәт һарайында эш башлай. 10 китап авторы. 2020 йылда кескәйҙәр өсөн дә китабы баҫылып сыға. «Хәрефтәр һөйләшә» тип атала ул.

Бай ижадлы Рәмил Ғимраниҙы бөгөнгө күркәм байрамы – 70 йәше менән ихлас ҡотлайбыҙ. Артабан да илһам, дәрт алырҙай йырҙар, шиғырҙар, хикәйәләр көтөп ҡалабыҙ һеҙҙән.

 

Видео: https://vk.com/id378370726?z=video378370726_456239026%2Fb86753ebf0c9bbe2fb%2Fpl_wall_378370726

Фото: vk.com

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: