+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
11 Апрель 2023, 12:50

100 йыллыҡ юбилейға рәхим итегеҙ!

Иртәгә, 12 апрель, «Ағиҙел» журналының 100 йыллыҡ юбилейына арналған тантаналы тамаша була. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында киске сәғәт 7-лә башлана. Инеү бушлай.

Шиғриәт һәм йыр-моң кисәһендә билдәле шәхестәр, күренекле әҙиптәр менән аралашыу, күңелле концерт көтә. Азамат Тимеров, Алһыу Бәхтиева, Светлана Хәкимова, Заһир Иҫәнсурин, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө, Нәжип Юлдашбаев, Заһир Байыҡ, Тимур Ямалов, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актёрҙары сығышы барығыҙҙың да күңеленә хуш килер. (12+)

 

Фото: vk.com

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: