-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
24 Апрель 2023, 15:14

Әҙәби-музыкаль кисәгә рәхим итегеҙ!

26 апрель көндөҙгө сәғәт 2-лә «Һандуғас моңо» тигән әҙәби-музыкаль кисә була. Рәхим итегеҙ!

Әҙәби-музыкаль кисәгә рәхим итегеҙ!
Әҙәби-музыкаль кисәгә рәхим итегеҙ!

Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова (Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Иҙелбаева) 1948 йылдың 10 сентябрендә Әлшәй районының Һарыш ауылында тыуған. Тәүге шиғырҙары Себенле һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең V синыфында уҡыған сағынан республикабыҙҙың «Пионер» (хәҙерге «Аманат») журналында, «Башҡортостан пионеры» (хәҙерге «Йәншишмә»), «Совет Башҡортостаны» (хәҙерге «Башҡортостан») һәм район гәзиттәрендә донъя күрә башлай.

Раевкалағы 1-се мәктәптә белем алғас, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә һәм 1971 йылда уны тамамлай.

Балалар өсөн «Миңә бары өс кенә», «Зәңгәр тубым», «Яҙ хаҡында әкиәт», «Тылсымлы бүләк» тигән китаптар сығара. Уның бер шәлкем шиғырҙары балалар өсөн яҙылған донъялағы иң һәйбәт әҫәрҙәр иҫәбендә «Просвещение» (Мәскәү) нәшриәте сығарған «Балалар әҙәбиәте буйынса хрестоматия»ға (1984 йыл), Башҡортостанда башҡорт, урыҫ, татар телдәрендә донъя күргән байтаҡ дәреслектәргә һәм кластан тыш уҡыу китаптарына индерелгән.

 

Фото: vk.com

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: