Мәҙәниәт һәм ял паркының бер нисә майҙансығында төрлө йүнәлештәге бәйгеләр барҙы. Халҡыбыҙ оҫталары “Ижади йәйғор” күргәҙмәһен тәҡдим итте. Ағасты һырлау, күнде баҫып биҙәкләү, кәрзин үреү, сигеү һәм башҡа техникаларҙа эшләнгән иҫ киткес матур ҡул эштәре эргәһенән былай ғына уҙып китеү мөмкин түгел ине. Оҫталыҡ дәрестәрендә иһә һәр ҡунаҡ милли аш-һыу серҙәренә төшөнә, боронғо кейем тегеү серҙәрен аса, таштан әйбер яһарға өйрәнә алды. Ҡала музейы бер нисә күргәҙмә килтергән – төбәгебеҙ фотоһүрәттәре, йәшмә һәм башҡа файҙалы ҡаҙылмалар коллекцияһы, ретро-фотозона. Балалар өсөн милли уйындар майҙансығынан да кеше өҙөлмәне. Сара сиктәрендә үткән “Замандаш” рок-фестивале яңы исемдәр асты.
Фото: vk.com/minkultury_rb.