-1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
30 Ғинуар , 13:36

Хазиналарҙы халыҡҡа еткереүсе

Ҡурайсы, фольклорсы, инде утыҙ йылдан ашыу телевидениела “Хазина” тапшырыуын алып барыусы Юлай Ишбулды улы Ғәйнетдинов 70 йәшлек юбилейын билдәләне. Байрамы айҡанлы үҙенең дуҫтарын, яҡындарын Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт гимназия-интернатына йыйып алды ул. Сөнки Юлай ағай ҡасандыр ошо белем усағын тамамлаған.

Хазиналарҙы халыҡҡа еткереүсе
Хазиналарҙы халыҡҡа еткереүсе

Сараны VIII “Г” синыфы уҡыусыһы Искәндәр Мөхәмәтйәнов менән XI “Д”-нан Гөлназ Солтанғолова бик матур алып барҙы. Сығыш яһаусы уҡыусылар ҙа ентекле әҙерләнгән. Байрамды Әҙеһәм Исҡужин исемендәге өлгөлө ҡурайсылар ансамбле асты. Әйткәндәй, Әҙеһәм Динислам улын Юлай Ғәйнетдинов үҙенең остазы тип атай. Туған тейешле ағаһынан ҡурайҙа тәүге көйҙәрҙе өйрәнгән малай һуңынан гармунды ла үҙләштерә. Ә халыҡ йырҙарын тыуғандан уҡ ишетеп үҫә. Шуға ла башҡорттоң рухи байлығы өлгөләре менән ҡыҙыҡһынып китеүе ғәжәп түгел. Үҙенең “Хазина” тапшырыуы ғына 300-ҙән ашыу сығарылышты берләштерә!

“Гәлсәр” йыр ансамбле ҡыҙҙары йырлауы, Юлай ағайҙың ейәне Азаматтың шулай уҡ милли уйын ҡоралыбыҙҙа сығыш яһауы барыһын да әсир итте. Бик һәләтле йәштәр үҫә! Саҡырылған ҡунаҡтарҙан иһә Роберт Юлдашев, Баймаҡ ҡурайсылар ансамблен тыңлап кинәндек. Ысын мәғәнәһендә ҡурай байрамына әйләнде был кисә.

Юлай Ғәйнетдинов 70 йәшендә лә дәртле, ихлас. Алда әллә күпме эшләнәһе эштәре бар әле. Уға һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ.

 

 

Хазиналарҙы халыҡҡа еткереүсе
Хазиналарҙы халыҡҡа еткереүсе
Хазиналарҙы халыҡҡа еткереүсе
Хазиналарҙы халыҡҡа еткереүсе
Хазиналарҙы халыҡҡа еткереүсе
Хазиналарҙы халыҡҡа еткереүсе
Хазиналарҙы халыҡҡа еткереүсе
Хазиналарҙы халыҡҡа еткереүсе
Хазиналарҙы халыҡҡа еткереүсе
Хазиналарҙы халыҡҡа еткереүсе
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: