-4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
29 Апрель , 12:10

Бейе, бейе, Хәйбулла!

“Хәйбулла” өлгөлө хореография ансамбленә 15 йыл тулды. Ошо айҡанлы Аҡъяр ауылында юбилей концерты үтте.

Бейе, бейе, Хәйбулла!
Бейе, бейе, Хәйбулла!

Коллектив эшмәкәрлегенә арналған сара төрлө йылдарҙағы сығарылыш уҡыусыларын, ата-әсәләрҙе, ижад һөйөүселәрҙе һәм дуҫтарҙы берләштерҙе. Концертта район хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова, мәғариф идаралығы начальнигы Нияз Рыҫҡолов ҡатнашты.
Концерт барышында залда алҡыштар тынманы. “Хәйбулла” – ул бейеү коллективы ғына түгел, ә татыу ғаилә. Оҙаҡ йылдар ансамблде Алһыу Әхмәт ҡыҙы Юлдашбаева етәкләй, һуңынан Физәлиә Түлебаева һәм 10 йылдан ашыу инде коллективҡа Юлдаш Мортазин етәкселек итә.
Бөгөн балалар төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнаша. Тоғро тамашасылар булған ата-әсәләр ҙә ансамблгә ҙур ярҙам күрһәтә.
Коллективтың артабан да сәскә атыуын теләйбеҙ!

Гөлназ ИБРАҺИМОВА.
Хәйбулла районы.

Бейе, бейе, Хәйбулла!
Бейе, бейе, Хәйбулла!
Бейе, бейе, Хәйбулла!
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: