Бөтә яңылыҡтар
10
Юбилейҙар
9 Февраль , 10:47

"Бала сағым оҙатып бара"

8 февраль – билдәле журналист һәм ғалим, «Ватандаш» журналының баш мөхәррире Рәшиҙә МӘҺӘҘИЕВАҒА – 60 йәш. Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы Мәһәҙиева – башҡорт журналисы, ғалим. Филология фәндәре кандидаты. Баш­ҡорт­остан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2004). «Көмөш ҡаурый» халыҡ-ара журналистар фестивале лауреаты (2013). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы (2022).

"Бала сағым оҙатып бара"
"Бала сағым оҙатып бара"

Әле бына һеҙ уҡыған «Бестиямал» повесының авторы Рәшиҙә Мәһәҙиева ошо көндәрҙә үҙенең матур юбилейын – 60 йәшен билдәләй. Ул бала сағында гәзитебеҙҙең йәш хәбәрсеһе булды, үҙенең тәүге мәҡәләләрен генә түгел, беренсе повесын да «Йән­шишмә»лә баҫтырҙы. Ҡәләмдәшебеҙҙең бала сағына күҙ һалайыҡ әле: ниндәй уҡыусы бул­ған ул, журналистикаға ниндәй юлдар менән килгән?
Рәшиҙә Мәһәҙиева Баймаҡ районының Комсомол ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып үҫкән. Ике апаһы, ике ағаһы һәм бер һеңлеһе була. Бәләкәй саҡта һеңлеһе менән ҡурсаҡ уйнарға ярата. Уларға кейемдәр тегеп, ашарға «бешереп», бер-береһенә «ҡунаҡҡа йөрөшәләр». «Беҙҙең ҡурсаҡтарҙан башҡаларға урындыҡта ултырырға урын ҡалмай тор­ғайны», – тип көлөп хәтерләй ул. Туғайҙа себеш көтөп, көндәр буйы Һаҡмарҙа һыу төшөп, кистәрен йылға буйҙарында һыйыр эҙләп үтә уның бала сағы. Ә кистәрен үҙҙәренең урамындағы балаларҙың шау-гөр килеп «Өйрәк атыш», «Флаг алыш» уйнауынан, тау шыуыуынан ауыл яңғырап тора.
Ауылдарындағы 1-се Һаҡмар һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡый. Тик «бишле»гә генә өлгәшә. Пионерға ингәс, тәүҙә – отряд, һуңынан дружина советы рәйесе итеп һайлана.
«Беҙҙең синыфыбыҙ бик дуҫ, татыу булды, – ти ул. – Бергәләп металл һыныҡтары, иҫке ҡағыҙ йыя, тимурсылар командаһы менән ҡарттарға барып ярҙам итә торғайныҡ».
Бәләкәй саҡтан китап уҡырға ярата ул. Дүртенсе синыфта уҡ Зәйнәб Биишеваның «Кәмһетелгәндәр» менән «Уяныу» романдарын уҡып сыға. Әсәһе: «Ундай китап уҡырға һиңә иртәрәк әле», – тип алдынан алып ҡуя ҡайһы саҡ. Рәшиҙә барыбер яратҡан шөғөлөнән айырылмай. Ә бер ваҡыт онотолоп китап уҡып ултырып, саҡ янғын сығарып ебәрмәй. Үтекте ҡыҙҙырырға ҡуя ла китабын ҡулына ала һәм донъяһын онота. Ул саҡта улар үҙҙәре һүнә торған булмай шул. Үтек ҡып-ҡыҙыл булып иреп, ағырға ғына ултыр­ғанда өйгә апаһы килеп инә.
Беренсе синыфта тәүге тапҡыр «Баш­ҡортостан пионеры» гәзите менән таныша. Ныҡ оҡшай уға был баҫма. Һәр һанын көтөп ала, йотлоғоп уҡый. Тора-бара үҙенең дә яҙыш­ҡыһы килә баш­лай. Баш­ҡа балалар унда нисек итеп мәҡәлә бирә икән, тип уйлай. Шунан редакцияның адресын күреп ҡала ла көләмәс яҙып ебәрә. Әммә баҫмайҙар уны.
Редакциянан «Көләмәсең көлкөлө йөкмәткеле түгел, шуға баҫа алмайбыҙ, тик һин күңелеңде төшөрмә», – тигән яуап килә. Ул яңынан көләмәстәр, хәбәрҙәр ебәрә башлай. Ә бер көндө «Пионер» журналында «Дуҫ йәшәйбеҙ» тип атал­ған тәүге шиғыры баҫылып сыға. Әлбиттә, ул ныҡ ҡына үҙгәртелгән була, редакцияла эшләүсе апай-ағайҙар уны ныҡ ҡына төҙәткеләгән. Шулай ҙа ташҡа баҫылған исемен күреп бик шатлана.
Бишенсе синыфта уға «Башҡорт­остан пионеры»ның йәш хәбәрсеһе исеме бирелә. Мәктәп директорының танытманы бөтәһе алдында линейкала тапшырыуы ла ҡыҙҙың күңелен үҫтереп ебәрә.
Етенселә уҡығанда инде ул Бөтә Союз пионер лагеры «Артек»ка йәш хәбәрселәр сменаһына бушлай путёвка менән бүләкләнә. Бер төркөм йәш хәбәрселәрҙе унда редакцияның хаттар бүлеге мөдире Зөһрә Ҡотлогилдина оҙатып бара.
Ауылдарында һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Рәшиҙә Өфөләге 1-се интернат-мәктәпкә килә (Рә­ми Ғарипов исемендәге 1-се республика баш­ҡорт интернат-гимназияһы). Ике йыл математика синыфында уҡый. «Бер мәсьәлә өҫтөндә 3-әр сәғәт баш вата инек. Был файҙаға ғына булған. Хәҙер тормош ҡуйған мәсьәләләрҙең дә яуабын тапмайынса ҡуймайым». Интернат бик күп дуҫтар биргән уға, улар араһында ҙур дәрәжәләргә ирешкән күренекле кешеләр бар. Әле лә туғандарса аралашып йәшәйҙәр.
Мәктәптән һуң буласаҡ журналист Баш­ҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Төркөмдәрендә киләсәктә бик билдәле булып китәсәк шағир һәм яҙыу­сылар Рәйес Түләк, Фәниҙә Исхаҡова, Ғәлиә Кәлимуллина, Миңзәлә Хәлилова, теле-, радиожурналистар Тәнзилә Үлмәҫбаева, Әнисә Иш­йәрова, Рәшиҙә Ишембәтова, Клара Шәрипова, Таһинур Бәҙретдиновалар менән бергә белем ала.
Бер ваҡыт кураторҙары Миҙхәт Мәмбәтов төркөмгә шундай һорау бирә: «Разведкаға барыр өсөн төркөмдән кемде һайлар инегеҙ?» 25 студенттың һәр береһе Рәшиҙә Лотфуллинаның исемен әйтә. Шуға күрә уның төркөмдөң старостаһы итеп һайланыуы һис тә осраҡлы булмай.
Өсөнсө курстың башында Рәшиҙә Мәскәүгә, Михаил Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетына уҡырға ебәрелә. Союздаш республикаларҙан йыйылған студенттарҙан торған махсус төркөмдә уҡыр­ға тура килә уға. Ҙур бер интернациональ ғаилә булып бик дуҫ һәм татыу йәшәйҙәр. Дәрестән буш ваҡытта эргәләге Ҡыҙыл май­ҙанға баралар, кистәрен тажиктарҙың тәмле былауы, төркмәндәрҙең ҡауыны менән һыйланалар, ҡалмыҡтарҙың тоҙло сәйен тәмләйҙәр. Өс йыл ваҡыт тиҙ генә уҙа ла китә. Университетты тамамлап, күп тә үтмәй, Советтар Союзы тарҡала, дуҫтары сит илдәрҙә тороп ҡала. Әммә интернет барлыҡҡа килеү менән улар яңынан табыша һәм хәбәрләшеп тора.
1988 йылда Рәшиҙә Лотфуллина үҙен үҫтергән «Башҡортостан пионеры»нда (хәҙерге «Йәншишмә»лә) хеҙмәт юлын башлай. Артабан «Йәшлек», «Аҙна» гәзиттәрендә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында эшләй. Әлеге көндә – «Ватандаш» тип аталған ҙур журналдың баш мөхәррире.
Бала сағында яратып уҡыған гәзитте лә онотмай ул. 2014 йылда «Ауыл малай­ҙары» исемле повесы баҫыл­ғайны, әле быйыл һеҙ уның «Бестиямал»ын уҡынығыҙ.

Ҡәләмдәшебеҙҙе, үҙебеҙҙең элекке йәш хәбәрсебеҙ Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы Мә­һәҙиеваны юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ. Уға ныҡлы һаулыҡ, яңынан-яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ. Беҙҙе онотмағыҙ, һеҙҙән балалар өсөн тағы ла ҡыҙыҡлы, уҡымлы әҫәр көтөп ҡалабыҙ.

Мирсәйет ЮНЫСОВ.

"Бала сағым оҙатып бара"
"Бала сағым оҙатып бара"
"Бала сағым оҙатып бара"
"Бала сағым оҙатып бара"
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: