+12 °С
Облачно
VKOKTelegram
Юбилейҙар
3 Марта 2025, 10:31

"Йәншишмә" дуҫтарын йыйҙы

Гәзитебеҙҙең 95 йәшенә арналған байрамға дуҫтарыбыҙ күп килде.

"Йәншишмә" дуҫтарын йыйҙы"Йәншишмә" дуҫтарын йыйҙы
"Йәншишмә" дуҫтарын йыйҙы

Матур-матур ҡотлауҙар, бүләктәр ҡабул иттек, журналистарыбыҙҙың хеҙмәте төрлө грамоталар менән билдәләнде. Осрашыуға баҫмабыҙҙа оҙаҡ йылдар эшләгән ветерандарыбыҙҙы ла саҡырғайныҡ, уларҙы күреү ҙур мәртәбә булды.
Үткән йылда бик әүҙем яҙышып, йәш хәбәрсе исеменә лайыҡ булған уҡыусыларыбыҙ, һәр саҡ беҙҙе яңылыҡтары менән ҡыуандырып торған лауреаттарыбыҙ, ара алыҫ, тип тормай килеп еткәйне. Тамашасыларҙы йәш артистарыбыҙ сығышы ла битараф ҡалдырманы, гөрләтеп ҡул саптылар. Гәзиттең тарихы менән дә танышты килеүселәр. Хатта тәүге номерыбыҙ күргәҙмәгә ҡуйылғайны.
Килгән ҡунаҡтар «Йәншишмә»гә бәйле тарихтары менән бүлеште, уларҙың ҡәҙерле иҫтәлектәрен тыңлау беҙҙең өсөн ҙур баһа булды. Ысынлап та, бик күп журналистар, яҙыу­сылар, ғалимдар, йырсылар ижад юлын беҙҙең гәзиткә яҙышыуҙан башлаған бит! Баҫмабыҙ ҡанат ҡуйған, дәртләндергән. Артабан да гәзитебеҙ ярҙамында телһөйәр, илһөйәр быуын үҫһен, Алла бирһә!

"Йәншишмә" дуҫтарын йыйҙы
"Йәншишмә" дуҫтарын йыйҙы
"Йәншишмә" дуҫтарын йыйҙы
"Йәншишмә" дуҫтарын йыйҙы
"Йәншишмә" дуҫтарын йыйҙы
"Йәншишмә" дуҫтарын йыйҙы
"Йәншишмә" дуҫтарын йыйҙы
"Йәншишмә" дуҫтарын йыйҙы
"Йәншишмә" дуҫтарын йыйҙы
"Йәншишмә" дуҫтарын йыйҙы
"Йәншишмә" дуҫтарын йыйҙы
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас