Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
22 Май 2025, 22:23

«Яҙмышыма рәхмәтлемен»

Радиожурналист Фәнүзә Баһауетдинованы матур юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!

«Яҙмышыма рәхмәтлемен»
«Яҙмышыма рәхмәтлемен»

Сығарылыш синыфы уҡыусылары өсөн – яуаплы осор. Имтихандар тапшырыу, унан һуң киләсәккә һайлаған һөнәрең буйынса уҡырға инеү. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, радиожурналист Фәнүзә Баһауетдинова менән һөнәр һайлау темаһы буйынса әңгәмәләштек.
– Фәнүзә Кинйәмырҙа ҡыҙы, бала саҡта радиола эшләү уйығыҙҙа бар инеме?

– Бала саҡта, радиола эшләрмен, тигән уй булмағандыр инде ул. Әммә беҙҙең ғаиләлә һәр ваҡыт радио һөйләп торҙо, телевизор ҡараныҡ. Иртәнге 8се яртыла концерт башланыуға уянып китә торғайным. Төшкө, киске концерттарҙы тыңлап үҫтек. Ял көндәрендә бирелгән спектаклдәрҙе көтөп ала инек. Шуға күрә миңә радио бала саҡтан яҡын, тип әйтә алам.

– Мәктәптән һуң химия факультетын тамамлағанһығыҙ…
– Эйе, БДУның химия факультетында белем алдым. Стәрлебаштағы 1се мәктәптә уҡығанда уҡытыусым Ләлә Барый ҡыҙы ошо фәнгә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Үҙ фәнен яҡшы белә, ә һәр партала лаборатор эш өсөн бөтә кәрәкле ҡорамал бар. Хатта айырым лаборант эшләй ине. Дәрестәр бик оҡшай торғайны, шуға ла химияны һайлағанмындыр. Уйлап ҡараһаң, киләсәктә кем ниндәй һөнәр һайлаясағы уҡыусы саҡтан билдәле булалыр ул. Мәктәп йылдарында һәр сарала әүҙем ҡатнаштым. Уҡыу һәм мәҙәниәт йүнәлешендә яуаплы инем. Бөгөн дә мәҙәниәт эшен дауам итәм. Мәктәптән дә айырылмағанмын, өҫтәмә белем биреү педагогымын. Балалар менән журналистика серҙәрен өйрәнәбеҙ. Күңелемдә һәр ваҡыт йыр сәнғәтенә, театрға, бейеүгә һөйөү булды. Был әсәйемдән киләлер: ауыл клубында художество етәксеһе, директор ҙа ине. Уға эйәреп йөрөп, сәхнә ене ҡағылғандыр, мәҙәниәт донъяһына ойотҡо һалынғандыр инде. Әммә әсәйем уҡытыусы булырға кәңәш итте. Үҙенең эше тынғыһыҙ ине, төнгә тиклем концерт, спектаклдәр ҡуйып йөрөй торғайнылар. Элек бит трактор санаһына йә «Беларусь» арбаһына тейәлеп, һәүәҫкәр артистар күрше ауылдарға гастролгә күп сыҡты. Мине лә үҙҙәре менән алалар. Спектакль ваҡытында шаршау артында китап тотоп, суфлёр булып торғаным әле лә иҫтә. Апай-ағайҙар һүҙҙәрен онотһа, миңә яҡыныраҡ килә лә әйтеп ебәрәм. Спектаклдә телефон шылтыраған мәл булһа, будильник зыңғырҙата торғайным. Сәнғәт юлынан китергә теләгем ҙур булһа ла, әсәйемдең, кистәрен өйөңдә булырһың, исмаһам, тигән кәңәшен тотоп, уҡытыусылыҡҡа индем. Беҙҙең быуын атай-әсәйҙе тыңлай торғайны.
– Шулай ҙа бөгөнгө яҙмышығыҙ барыбер мәҙәниәт, сәнғәт менән бәйле. Радиоға нисек килеп эләктегеҙ?
– Диплом алғас, Өфөләге 20се башҡорт мәктәбенә эшкә барҙым. Йәш белгес булараҡ, пионервожатый эшен дә бирҙеләр. Мәктәп тормошо ҡайнап тора ине. Нәфисә һәм Ризуан Хәкимовтар менән «Йәншишмә» исемле фольклор төркөмө ойошторҙоҡ. Мин, мәктәп йылдарында өйрәнгән бейеүҙәрҙе иҫкә төшөрөп, балаларҙың сығыштарына бейеү хәрәкәттәре өҫтәнем. Ғөмүмән, Өфөнөң 20-се ҡала мәктәбендә эшләү күңелле һәм файҙалы булды: күренекле шәхестәр менән та ныштым. Әҙеһәм Исҡужин ҡурай түңәрәген алып бара ине. Тәрбиәсе Мөхәмәт Нурмөхәмәтов ағай яҡшы педагог булды, балалар уның артынан үҙҙәре эйәреп йөрөр ине. Хеҙмәт менән тәрбиәләне ул, ағастан ултырғыстар ҙа эшләйҙәр, ипләп кенә малайҙарҙың хәлдәрен һораша, кәңәштәрен әйтә. Гәзиттәрҙә кеше яҙмыштары тураһында тәрбиәүи мәҡәләләр баҫтыра. Һуңынан, мин радиоға килгәс, Мөхәмәт ағай менән «Аҡһаҡал» тигән рубрика булдырҙыҡ. Мәктәптә фототүңәрәк тә эшләне. Төрлө сараларҙы фотоға төшөр төп, иртәгәһенә стена гәзите сығарып элеп ҡуя инек. Ошо үҙе журналистика эше булған инде. Ә радиоға килеп эләгеүем былайыраҡ: балалар редакцияһынан мәктәпкә килеп интервью алғайнылар. Башҡорт теленә иғтибар артҡан йылдар. Ул ваҡытта пионер сборҙарында отряд рәйестәренән рапортты ла, тәржемә итеп, башҡортса бирҙертә башлағайным. Радиола тауышымды оҡшатҡандар икән. Режиссёр Альбина Закирова хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы. Әкиәттәр, диктор Әхәт ағай Мортазин менән «Аҡбуҙат» журналына күҙәтеү уҡый торғайныҡ. Тәүҙә, әлбиттә, бер аҙ ҡаушатты, әммә Әхәт ағай бик яҡшы педагог һәм психолог булып сыҡты, үҙем дә һиҙмәйенсә унан оҫталыҡ дәрестәре алғанмын. Уҡыу йылы бөткәнсе шулай ике эштә йө рөнөм. Бер көн килеп кире ҡаҡмаҫлыҡ итеп радиоға эшкә килергә саҡырҙылар ҙа етәкселек мәктәптән күсереп алды. Тәүге тапҡыр эфирға сығыуыма 35 йыл инде. Шулай итеп, миндә бала саҡтан сәнғәткә һөйөү йәшәне һәм яҙмыш үҙе республика сәнғәт донъяһының уртаһына алып килде.
– Ниндәй тапшырыуҙар алып барҙығыҙ?
– Тәүҙә «Йәйғор», «Юлдаш» балалар өсөн тапшы рыуҙарын алып барҙым. Йәштәр бүлегенә күскәс, «Етегән» программаһын әҙерләнем. Йәштәрҙе радио тыңларға йәлеп итер өсөн үҙе бер проект килеп сыҡты. Әүҙем студенттар менән мәҙәни-ағартыу программаһы төҙөп, республика райондарына сығып китә торғайныҡ. Юғары уҡыу йорттары менән таныштырып, уҡырға инеү буйынса мәғлүмәттәр биреп, концерт ҡуйып йөрөнөк. Һуңынан дөйөмләштереп, филармонияла «Етегән» дуҫтарын йыя» тигән исем менән ҙур сара уҙғарҙыҡ, ижад юлының матур хәтирәһе булып иҫтә ҡалды ул. Ябай ауыл ҡыҙы булараҡ, радио, телевидение менән бәйләнгән яҙмышыма рәхмәтлемен. «Радио-2», иртәнге «Сәләм» телевизион тапшырыуын асыуҙа ҡатнаштым. Алтын фондтағы йырҙар, шиғырҙар, спектаклдәрҙе һанлаштырыу эшенең уртаһында ҡайнаныҡ. Бер төркөм хеҙмәттәштәрем менән «Юлдаш» эфиры өсөн төҙөгән концерттарҙың иҫәбе-һаны юҡ. Хәҙер 15 йыл инде «Ашҡаҙар» радиоһындамын. «Ижади портрет» – яратҡан тапшырыуым.
– Радиожурналистика нимәһе менән ҡыҙыҡлы? Ошо өлкәне һайлаған йәштәргә ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
– Журналистикала эшләгәндә, нисә кешенән интервью алғанмындыр, һанап бөткөһөҙ, күпме күренекле шәхес менән таныштыҡ, яңы дуҫтар таптыҡ. Сараларҙан күпме репортаж эшләнде. Республиканы иңләп буйланыҡ. Журналистика – бик ҡыҙыҡлы өлкә. Кем радиожурналист булырға хыяллана, бала саҡтан үҙеңде әҙерләргә кәрәк: күберәк шиғырҙар ятларға, китаптар уҡырға, тарихты яҡшы белергә, иғтибарлы, ҡыҙыҡһыныусан булырға. Төплө белем, тулы багаж менән килһәгеҙ, төрлө йүнәлештәрҙә тапшырыуҙар эшләргә мөмкин. Беҙ ҙә, нисәмә йыл тәжрибәбеҙ булһа ла, һаман да белемебеҙҙе арттырабыҙ, көн дә ниндәйҙер яңы алымдарға өйрәнәбеҙ, үҫергә тырышабыҙ. Тағы бер нәмә тураһында әйтеп үткем килә. Микрофон күреү менән һәр кем тулҡынлана башлай. Шуға мәктәп йылдарынан уҡ балаларҙы уны тоторға, матур итеп һөйләргә өйрәтергә кәрәк. Микрофон фекереңде туплап, төйнәп, билдәле ваҡыт эсендә тыңлаусыға еткерергә өйрәтә. Ғөмүмән, радио, тележурналист һөнәре кешене йыйнаҡ булырға ғәҙәтләндерә. Беренсенән, тапшырыуға һуңларға ярамай. Икенсенән, аҙ ғына ваҡыт эсендә әйтер һүҙеңде еткерергә кәрәк. Дөйөм алғанда, уҡыусыға күңеленә ятҡан ғүмерлек һөнәрен һайлар өсөн үҙен мәктәп йылдарында уҡ әҙерләргә кәрәк, тиер инем. Хәҙер бит мәғариф системаһында һәләтеңде үҫтерер өсөн мөмкинлектәр ныҡ күп, һәр районда музыка, сәнғәт, спорт мәктәптәре бар. Файҙаланырға, һәләтеңде үҫтерер өсөн төрлө түңәрәктәргә йөрөргә генә кәрәк.
– Кәңәштәрегеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙҙе гәзит уҡыусылар исеменән матур юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Артабан да радиотыңлаусыларҙы ҡыҙыҡлы репортаждарығыҙ, матур тапшырыуҙарығыҙ менән ҡыуандырығыҙ.

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас