Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
12 Сентябрь 2025, 11:55

Иң оло шағирҙың юбилейына йыйылдыҡ

Халыҡ шағиры Марат Кәримов Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала дуҫтарын, ижадташтарын йыйҙы. Уға 95 йәш тулды!

Иң оло шағирҙың юбилейына йыйылдыҡ
Иң оло шағирҙың юбилейына йыйылдыҡ

Сара "Һәнәк" сатира һәм юмор журналының 100 йәше алдынан үтеүе менән дә иҫтәлекле. Сөнки Марат ағай был баҫмала баш мөхәррир булып ҡына өс тиҫтә йыл эшләгән. Ул үҙенең иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.

Журналдың элекке һәм хәҙерге баш мөхәррирҙәре Марсель Сәлимов менән Илгиз Ишбулатов кисәне йәнле итеп алып барҙы. Марат ағайҙың 100 йәшен дә ошо составта ҡаршы алырға яҙһын!

Иң оло шағирҙың юбилейына йыйылдыҡ
Иң оло шағирҙың юбилейына йыйылдыҡ
Иң оло шағирҙың юбилейына йыйылдыҡ
Иң оло шағирҙың юбилейына йыйылдыҡ
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас