Көндәлек тура эфирҙарығыҙ, дөрөҫ яңылыҡтарығыҙ, фәһемле тапшырыуҙарығыҙ, тыңлаусыларығыҙ менән ихлас аралашыуығыҙ менән һеҙ туған телебеҙҙең сафлығын һаҡлауға, күп милләтле мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә, илһөйәрлек тойғоһон нығытыуға үҙ өлөшөгөҙҙө индерәһегеҙ", - тип белдергән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Юлдаш" радиоһын 25 йәше менән ҡотлауында.
Кисә "Өфө-Арена"ла "Юлдаш" радиоһының 25 йыллығына арналған концертта республикабыҙҙан ғына түгел, Ҡаҙағстан, Татарстан республикаларынан, хатта Ҡытайҙан да йырсылар сығыш яһаны.
Уҡыусылар ҙа ҡатнашты. Республика һәм Рәсәй конкурстары еңеүсеһе Рамазан Биккинин Фидан Ғафаров репертуарынан йыр башҡарҙы.
Фото һәм видеолар: Telegram: View @radiouldash