1925 йылдың 15 октябрендә тәүге директоры Һаҙый Хәким улы Ибраһимов тарафынан асылған башҡорт башланғыс белем усағы бөгөн республикабыҙҙа алдынғыларҙан һанала. Бик күп арҙаҡлы шәхестәре – сығарылыш уҡыусылары менән ғорурлана ул. Фән докторҙары, Рәсәйҙең, Башҡортостандың юғары наградаларына лайыҡ булған төрлө тармаҡ эшмәкәрҙәре бөгөнгө уҡыусыларға өлгө булып, алға әйҙәп тора. Улар тураһында мәғлүмәт мәктәптең «Вариҫтар» тигән музейына ҡуйылған, балалар данлыҡлы яҡташтары тураһында яҡшы белә.
Бөгөн Бала Сытырман урта мәктәбенә күрше-тирәләге ете ауылдан төрлө милләт балалары автобус менән йөрөп уҡый. Бында төплө белем алыу өсөн тейешле шарттар булдырылған. 2022 йылда «Мәғариф» милли проекты буйынса «Үҫеш нөктәһе» асылған. Технология, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре, информатика кабинеттары заманса йыһазландырылған. Уҡыусыларҙың яратҡан бүлмәһе улар хәҙер. Директор Әҡлимә Ғәйетҡолова белдереүенсә, Бала Сытырман мәктәбе һуңғы дүрт йылда Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса районда беренсе урында икән. XI синыфты тамамлаусылар күберәк техник юғары уҡыу йорттарына инә. Уҡыусылары менән дә, уларға белем биреүсе коллектив менән дә ғорурлана ауыл. Бында Рәсәйҙең, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары, үҙ фәнен яратҡан педагогтар эшләй.
Уҡыусылар төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнаша, урындар яулай. Мәҫәлән, үткән уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса «Тере классика» Бөтә Рәсәй конкурсында Адилә Хәбибуллина, Розалина Ҡунаҡҡужина – еңеүсе, Кирилл Черемухин призер булған. Халыҡ-ара иншалар конкурсында Гөлфиә Кинйәбаева, Арина Мазлова призлы урын алған. Гөлфиә Кинйәбаева Яныбай Хамматов ижады буйынса республика иншалар конкурсында ла еңеүсе булған. Виктория Криваконева иһә – Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау фәненән призер.
Амелия Әхмәрованың эше «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» музей экспозицияһы конкурсында яҡшы баһа алған. Әйткәндәй, Бала Сытырман мәктәбе йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү буйынса ла айырылып тора. Бында бишенсе йыл инде «Рәсәй патриоттары» хәрби-патриотик клубы эшләй. Етәкселәре Булат Венер улы Зөбәйеров менән курсанттар «Зарница» уйының район, республика, Рәсәй кимәлендә ҡатнашып, призлы урындар яулайҙар.
– Клубҡа күрше ауылдарҙан да егеттәр ҙур теләк менән йөрөй. «Ветеран йорто алдында парад», «Хәтер шәме», «Үлемһеҙ полк», «Хәтер гильзаһы» кеүек сараларҙа даими ҡатнашабыҙ, шефлыҡ алып барабыҙ, – ти Булат Венер улы. «Иң яҡшы хәрби-патриотик клуб» төбәк конкурсында «Рәсәй патриоттары» I урынға лайыҡ булған. Йәш армеецтар республика конкурсында ла II урын алғандар. Шулай уҡ 2022 йылда Шайморатовсылар синыфы ла асылған. Унда уҡыусылар конкурс буйынса һайлап алынған.
Федоровка электән көрәшселәре менән дан тота. Әле лә Бала Сытырман мәктәбендә милли көрәш секцияһы уңышлы эшләй. Рәсәй чемпионы, ХI синыф уҡыусыһы Артур Сәғитов, Башҡортостан чемпионы Оганесс Минасян белем усағының данын күтәрә. Балалар волейбол, баскетбол, еңел атлетика секцияларында ла шөғөлләнә. Район, республика ярыштарында даими ҡатнашалар.
Мәктәп 4 октябрҙә 100 йыллығын байрам итәсәк. Был көндө элекке уҡыусылары, ветеран уҡытыусылар, бөгөнгө коллектив та тулҡынланып көтә. Бала Сытырман мәктәбен беҙ ҙә бер быуатлыҡ юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Киләсәктә лә ауыл йәме, районда беренсе булып ҡалыуҙарын теләйбеҙ.