Балалар яҙыусыһы, тәржемәсе һәм педагог-методист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы алдынғыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаға – 80 йәш (1945).
Уның бөтә хеҙмәт юлы балаларға белем һәм тәрбиә биреү, улар өсөн ижад итеү менән бәйле. Һүҙем билдәле балалар яҙыусыһы, Башҡортостандың Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина хаҡында. 14 октябрҙә 80 йәшен тултырҙы ул. Юбилейы айҡанлы әҙибәнең бала саҡ иленә әйләнеп ҡайтып, онотолмаҫ хәтирәләре менән бүлешеүен үтендек.
– Бала саҡтың ниндәй ҡыҙыҡлы мәлдәре иҫегеҙҙә ҡалған? Бәлки, ныҡ ғәжәпләндергән, хатта бәләкәй генә ҡыҙҙы тәрән кисерештәргә, борсолоуҙарға һалған осраҡтар ҙа булғандыр, – тип ҡыҙыҡһынам унан.
– Мин Ейәнсура районының Мәзит ауылында тыуғанмын, – тип башланы һүҙен әңгәмәсем. – Ғаиләлә бишенсе бала, иң кесеһе инем. Һуғыштан һуңғы ауыр осорҙа йәшәнек. Миңә биш йәш тирәһендә помидорҙы тәүге тапҡыр тәмләп ҡараным. Уны Нәсибулла тигән ике туған ағайыбыҙ Һарыҡташ баҙарынан алып ҡайтҡайны. Помидорҙы ҡулға алғас, урамға сығып әхирәттәремә маҡтанырға булдым. Ауыҙыма ҡапҡайным, тәме шул тиклем оҡшаманы. Ытырғанып ергә ырғыттым. Тауыҡтарға шәп булды, шунда уҡ ят йәшелсәне суҡый ҙа башланылар. Үҙем аптыраған булып:
– Шундай тәмһеҙ нәмәҫтәкәйҙе суҡыйҙар бит әле! – тип һөйләнәм.
Миңә алты йәш тулғанда ул саҡтағы район үҙәге Абҙанға күсеп килдек. Бишәүләп бәләкәй генә өйҙә көн күрҙек. Буйға ҙур булғас, мине алты йәштән уҡырға бирҙеләр. Беҙ, башҡорт балалары, милли синыфтарҙа – «Камчатка»ла белем алдыҡ. Урыҫ синыфтарында 30 – 40-лаған уҡыусы булһа, беҙҙә әҙерәк: 10 – 12 генә. Балалар күп, ике смена уҡыныҡ.
Минең өсөн район үҙәге шул тиклем ҙур күренә, мәктәпкә барғанда ла, ҡайтҡанда ла күрше малайы Хөснөлхаҡ менән бергә йөрөйбөҙ. Бер мәл Зәкиә исемле ҡыҙ үҙҙәренә уйнарға саҡырҙы. Уларҙың йәшәгән урынын күреп, минең иҫем китте: бығаса ергә өңөп эшләнгән йортта – землянкала булғаным юҡ ине. Таҡта түшәлгән иҙән урынына – ҡара ер...
Беренсе синыфта уҡығанда тәүге тапҡыр кино ҡараным. Оҡшаманы, ул һуғыш тураһында ине. Радионы ла беренсегә Абҙанда ишеттем. Район үҙәгенең төп майҙанына ҙур радиорепродуктор эленгән, шунан тапшырыуҙар яңғырап тора, ә беҙҙең өйҙә – ҡара түңәрәк репродуктор. Балалар өсөн башҡортса тапшырыуҙарҙы йотлоғоп тыңлай торғайным. Унан бер мәл Леонид Пантелеевтың «Бэла менән Тамара» исемле хикәйәһен башҡорт телендә яңғыраттылар. Шул ваҡытта «әфлисун» һүҙен ишетеп, уҡытыусыбыҙ Мөкәрәмә апайҙан: «Нимә ул?» – тип һорағаным хәтерҙә.
– Алма һымаҡ емеш, тик төҫө һары була, –тип яуаплағайны уҡытыусыбыҙ.
Ауылда ҙур китап магазины бар ине, унда Бакиров ағай эшләй. Мин көн дә шунда инеп йөрөйөм. Төрлө-төрлө асылмалар һатыла бит. Әсәйемдән аҡса һорап, берәүһен синыфҡа алып килдем. Күмәкләп һүрәтте ентекләп ҡарайбыҙ, тик нәмә төшөрөлгәнен аңламайбыҙ. Унда балалар йәшниккә оҡшаған әйбергә ҡарап ултыра.
– Апай, нимә төшөрөлгән был һүрәткә?– тип уҡытыусыбыҙҙан һорайбыҙ.
– Балалар, хәҙер кино күрһәтә торған радио бар икән, – тип аңлата ул.
Тәүҙәрәк урыҫса белмәй торғайным. Бер ваҡыт таҫма алыр өсөн әсәйемдән аҡса һораным. Ул:
– Үҙең барып ал, – тип аҡсаны тотторҙо.
– Мин бит урыҫса белмәйем,– тигән булам.
– Магазинға бараһың да: «Мне надо ленту полтора метра»,– тип әйтәһең.
Саптым магазин яғына. Юл буйы теге урыҫса һүҙҙәрҙе ҡабатлайым. Тик бына һиңә бәлә: абынып йығылдым. Ауыртҡан теҙҙәремде ыуа-ыуа йүгерәм. Тик урыҫса һүҙҙәрҙең яртыһын оноттом да ҡуйҙым. Һатыусыға: «Мене надо полметра линту», – тип өндәштем. Ул метрлы линейка менән ярты метр таҫманы үлсәп, ҡайсы менән киҫергә итә, ә мин:
– Не надо, – тип үҙемсә аңлатырға тырышам. Барыбер килеп сыҡманы. Мине һатыусы етәкләп кенә магазиндан сығарып ебәрҙе.
Урыҫ телен белмәүҙең бәләһе инде был. Уны ныҡлап өйрәнергә кәрәклеген аңланым шул мәлдә.
Бишенселә уҡығанда Сәмиғулла исемле синыфташыбыҙҙың әсәһе, алдынғы һауынсы булараҡ, Мәскәүгә Бөтә Союз күргәҙмәһенә барып ҡайтты. Ул һәр беребеҙгә бүләккә урыҫ телендә китап таратты. Миңә «Родная поэзия» тигәне тәтене. Был китапты уҡып, шиғырҙарын ятлап бөттөм. Уның аша Советтар Союзында йәшәгән күп милләт вәкилдәренең шиғырҙары менән таныштым.
– Һеҙ ҡыйыу бала булдығыҙмы? Бала сағығыҙҙа үҙегеҙ менән булған ниндәй ваҡиғаны ғорурланып иҫкә алаһығыҙ?
– Минең ике исем менән йөрөгән Асия-Наҡыя исемле әхирәтем бар ине. Ул да минең кеүек атайһыҙ үҫте. Бер көн әхирәтем менән күрше Самаҙыға ҡунаҡҡа барырға һөйләштек. Унда иң оло апайым йәшәй. Дәрестәрҙән һуң тиҙ генә сәй эстем дә Асияларға килдем.
– Юҡ! Мин бармаҫҡа булдым, – тимәһенме әхирәтем.
– Бармаһаң әле, ә мин барыбер барам! Сөнки пионермын, үҙ һүҙемдә торам! – тип үпкәләнем дә ҡурҡмайынса бер үҙем Самаҙыға юл тоттом.Тауҙар аша киттем. Унан турараҡ. «Әбей ҡайыны» тигән ергә барып етәрәк ап-аҡ ромашкаларҙы абайлайым. Уларҙы иркәләп кенә һыйпап:
– Һеҙ ҙә минең кеүек тиҫкәреме? Ҡар яуа башлаһа ла, бирешмәйһегеҙме? – тип өндәшәм.
12 километр араны яңғыҙ үтеп, ҡараңғы төшөүгә Самаҙыға барып еттем. Үҙ һүҙле, ҡыйыу булдым, тип әйтә алам.
– Был хәлдән һуң Самаҙы ныҡ хәтерегеҙҙә һаҡланалыр әле. Ошо ауыл менән бәйле тағы ниндәй иҫтәлектәрегеҙ бар?
– Самаҙыла изба-читальня тип йөрөтөлгән бүлмә бар ине. Избач ағай моҡсайын йөкмәп, өйҙән-өйгә йөрөп китап тарата торғайны. Уның ярҙамы менән бик күп классиктарҙың әҫәрҙәрен уҡып өлгөрҙөм: Майн Рид, Эмиль Золя, Марк Твен, Жюль Верн, Антон Чехов... Үҙем бишенсе синыфта ғына инем.
Самаҙы ауылына бәйле бер аяныслы хәл дә иҫкә төшә. Унда Мырҙағол олатай танылған һунарсы ине. Көндәрҙең береһендә ул бүре балаларын тоҡҡа һалып алып ҡайтҡан тигән хәбәр ишетелде. Ике көн самаһы ваҡыт үткәс, күрәбеҙ – тау битләүенә кәзәләрҙең үле кәүҙәләре һибелгән. Муйындарында ғына тишек, хатта колхоздың бер тайын да йыҡҡан инә бүре. Эйе, кеше генә түгел, йыртҡыс хайуандар ҙа ғәфү итә алмай үҙ балаларына ҡул һуҙған әҙәмдәрҙе...
– Һеҙ данлыҡлы шәхестәр сығарған Абҙан урта мәктәбендә уҡығанһығыҙ. Шул осор хаҡында һөйләп үтегеҙ әле.
– Эйе, беҙҙең мәктәптә көслө уҡытыусылар тупланғайны. Директор Марс Ҡыуатов, башҡорт теленән Йыһания апай, математиканан Сәмиғә апай уҡытты. Һәр береһен хөрмәтләп иҫкә алам. Республикабыҙға, хатта илебеҙгә билдәле бик күп шәхестәр сығарҙы был мәктәп. Һәр береһен һөйләп бөткөһөҙ.
Башҡорт синыфтарында шундай ғәҙәт була торғайны: бер-беребеҙгә исем тағыу. Етенселә уҡығанда беҙҙә 7 генә бала булды, уларҙың дүртәүһе Фәрзәнә исемле ине. Шуға Ҡара Фәрзәнә, Аҡ Фәрзәнә, Ҡыҙыл Фәрзәнә, Һары Фәрзәнә булып йөрөнөк. Һарыһы – мин. Беҙ төштән һуң уҡыйбыҙ, ә клубта балалар өсөн шул ваҡытта кино күрһәтелә, бер нисек тә өлгөрә алмайбыҙ. Бер генә сара ҡала – дәрестән ҡасыу! Берҙе ҡастыҡ, икене... Синыф етәксеһе тарафынан бер ниндәй ҙә сара күрелмәй. Уның ҡарауы, бер көндө мәктәптең залына ҙур итеп гәзит сығарып элгәндәр, унда Фәрзәнәләрҙең дүртеһе лә – ағы ла, ҡараһы ла, һарыһы ла, ҡараһы ла – клубҡа саба, тип шиғыр яҙып ҡуйғайнылар. Ныҡ оят булды. Гәзитте сығарыусы биология уҡытыусыһы Һаҙый Вәли улы Ғүмәров ине.
– Белеүебеҙсә, һеҙ Өфөләге 1-се интернат-мәктәпте тамамлағанһығыҙ. Ә был данлыҡлы уҡыу йортонда белем алыу бөтәһенә лә эләкмәй...
– Мин бәхетлемен. Бында уҡыу күп нәмә бирҙе. Беренсе интернат ул мәлдә әҙәби мөхит ине. Беҙҙе әле радиотапшырыуҙарға йөрөтәләр, әле тура эфирҙа телевидениела сығыш яһайбыҙ. Күңелле! Башланғыс синыфтарҙа уҡ шиғырҙар, хикәйәләр яҙа торғайным. Өфөгә килгәс, ҡала кимәлендә үткән әҙәби кисәләргә йөрөй, яҙыусылар менән осрашыуҙарҙа ҡатнаша башланым. Бер мәл интернатҡа Мостай Кәрим менән Назар Нәжми килгәне хәтерҙә. Сажиҙә апай Зайлалова етәкләгән әҙәби түңәрәккә йөрөнөм. Яҙыусылар, шағирҙар алдында сығыш яһай торғайныҡ. Ярыша-ярыша ижад иттек.
– Яҙыусы булып китеүегеҙгә нәмә этәргес булды, тәүге орлоҡтарҙы кем һалды?
– Әлбиттә, тәүге уҡытыусым Мөкәрәмә апай Иҙелбаеваға рәхмәтлемен. Ул синыф сәғәттәрендә гелән берәй ҡыҙыҡлы китап алып килә, үҙе ҡыҙыҡлы итеп һөйләй, мауыҡтыра, китапханаларға әйҙәй ине. Мин уҡырға яраттым. Өйөбөҙгә «Башҡортостан пионеры» («Йәншишмә») гәзите, «Пионер» («Аманат») журналы алдыра торғайныҡ. Абҙан мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Йыһания апай әҙәби түңәрәк алып барҙы, унда шиғырҙар яҙып, гәзит-журналдарға ебәрә инем. Ә Өфөлә мине интернат-мәктәптә Ләйлә Сабир ҡыҙы менән Сажиҙә Хәмәтйәр ҡыҙы үҫтерҙе, дәртләндерҙе.
– Һеҙ республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә иң тәүгеләрҙән булып башҡорт һәм урыҫ телдәрендә «Балалар әҙәбиәте антологияһы»н төҙөнөгөҙ. Был тотошлай институт эшләй торған хеҙмәтте нисек атҡарып сыға алдығыҙ?
– Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, мәктәп программаларына Башҡортостан мәҙәниәте дәрестәре инде. Ул саҡта мәғариф министры булып бик алдынғы ҡарашлы Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинова эшләй ине. Мине Күмертауҙан Өфөләге мәғарифты камиллаштырыу институтына күсереп, үҙенең программаһына ярашлы хрестоматия төҙөү бурысын йөкмәтте. Шул мәлдә тотондом был эшкә. Материалдарҙы китапханаларға йөрөп компьютерҙа йыйҙым, хронологик тәртиптә теҙҙем, тәржемәләрен таптым. Урыҫ теленән – башҡортсаға, башҡортсанан урыҫсаға үҙем ауҙарҙым.
– Хәҙерге уҡыусыларға теләктәрегеҙ?
– Китап менән дуҫ булһындар. Мин әле лә балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәрҙе уҡып барырға тырышам. Китап – ул хазина! Беҙ уның аша тормошто өйрәнәбеҙ, белем алабыҙ, тел байлығын арттырабыҙ. Шулай уҡ балаларҙың «Йәншишмә» гәзитен дә уҡып үҫеүен теләр инем.
– Рәхмәт, Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы! Һеҙҙе юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ!
Хәҙисә СОЛТАНБАЕВА,
филология фәндәре докторы, профессор.