Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
17 Ноябрь 2025, 20:04

Балаларҙың яратҡан яҙыусыһы

Яҙыусы, тәржемәсе, журналист Факил Мырҙаҡаев миңә бәләкәй саҡтан таныш. Уның тыуған ауылы - Миәкә районы Ҡаран-Ҡуңҡаҫ беҙҙең Һарыш ауылына күренеп тора. Ауыл осона сығып ҡараһаң, йыраҡтағы тау битендә ҡайындар араһында ултыра.

Балаларҙың яратҡан яҙыусыһы
Балаларҙың яратҡан яҙыусыһы

Ул миңә "Йәншишмә" ("Башҡортостан пионеры") гәзитендәге мәҡәләләре буйынса таныш. Факил Миәкә районының "Октябрь байрағы" гәзитендә эшләгәндә мин Бикҡол мәктәбендә уҡытыусы инем. Мәктәп тормошо тураһында яҙып ебәрәм. Оҙон итеп яҙған мәҡәләләремде 5-6 һөйләмгә ҡалдырып баҫалар ине. Факил Мырҙаҡаев менән юғары уҡыу йортона ингәндә яҡындан таныштыҡ. Ул минең мәҡәләләрҙе уҡыусы яҙа тип уйлаған, шуға ҡыҫҡартып баҫҡандар икән. Күрәһең, исемем аҫтына уҡытыусы тип яҙмағанмын.

"Башҡортостан пионеры" гәзитен 1963 йылдан уҡып барам. Уҡытыусы булып эшләгән ваҡытта бигерәк тығыҙ хеҙмәттәшлек иттек. Бөтә "Cиныф менән "Йәншишмә"гә" акцияһында, төрлө конкурстарҙа балалар әүҙем ҡатнашты, тиҫтәләгән уҡыусым, "Йәш хәбәрсе" исеменә лайыҡ булды.

Гәзиттә Факил Мырҙаҡаевтың балалар өсөн яҙған повестары баҫыла торғайны. Беҙ улар буйынса мотлаҡ китап уҡыусылар конференциялары үткәрҙек һәм уҡыусылар әҫәр буйынса үҙ фекерҙәрен белдереп, гәзиттә мәҡәләләр баҫтыра ине. Шулай итеп, Факил Мырҙаҡаев балаларҙың яратҡан яҙыусыһына әйләнде.Үҙе менән осрашыуҙар ҙа үткәрә инек.
Ҡулъяҙмаларын матбуғатта, нәшриәттә баҫтырғанға тиклем миңә ебәрә, хәҙерге мәктәп тормошон дөрөҫ яҙаммы, тип кәңәшләшә ине.
"Фәһемле фекерҙәр донъяһында" тигән ике китабын уҡыусыларыма алып ҡайтып тараттым. Инша, мәҡәлә яҙғанда был китаптарҙы рәхәтләнеп ҡулландылар. Шул уҡыусыларымдың күбеһе башҡорт теле уҡытыусыһы, журналист булып эшләй. Факил Мырҙаҡаевтың һеҙ бүләк иткән китабын әле лә файҙаланабыҙ, тиҙәр.

Йәш быуынға тәрбиә һәм белем биреүҙә туранан-тура ҡатнашҡан яҙыусы, тип әйтер инем. Уның балалар өсөн яҙған повестарын минең уҡыусыларым да, коллегаларым да ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыны. Сөнки ваҡиғалар эсендә үҙҙәре йөрөгән кеүек итеп ҡабул иттеләр, әҫәрҙәге геройҙарҙы үҙҙәре менән сағыштыралар ине.

Факил Мырҙаҡаевты 75 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайым. Уға сәләмәтлек, ижад ҡыуаныстары кисереп йәшәүен теләйем.

Ғәлимә ҒӘЛИЕВА,
педагогик хеҙмәт ветераны.
Илеш районы,
Үрге Йәркәй ауылы.

 

Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас