Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
8 Декабрь 2025, 12:46

Ағиҙелдең йәме, ҡото булып

Республикабыҙҙың иң йәш ҡалаларының береһе Ағиҙел ҙур түгел. Әлеге мәлдә ул йылдам үҫешә, яңынан-яңы йорттар төҙөлә. Белем усаҡтары өсәү: 1-се, 2-се мәктәп һәм башҡорт гимназияһы. Быйыл тап гимназия үҙенең 25 йәшен билдәләне. Әйҙәгеҙ, уның тарихына күҙ һалайыҡ.

Ағиҙелдең йәме, ҡото булып
Ағиҙелдең йәме, ҡото булып

1986 йылда асылған 2-се «Буратино» балалар баҡсаһы 2000 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты тәҡдиме буйынса үҙгәртелеп төҙөлә. Ул прогимназия булып китә. Бында мәктәпкәсә йәштәге 5 балалар төркөмө ҡалдырыла һәм башланғыс синыфтарға уҡыусылар ҡабул ителә. Мөдир итеп Гөлсинә Мөхәмәтзарипова билдәләнә. Ә 2007 йылдың 17 ноябрендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов ҡатнашлығында гимназияның яңы бинаһы асыла.
Хәҙер Ағиҙел баш­ҡорт гимназияһы – «Рәсәйҙең иң яҡшы мәктәптәре» конкурсында еңеүселәр рәтенә ингән заманса белем усағы, төрлө форумдар һәм күргәҙмәләр призёры. Ә иң мөһиме – бында үҙ эшен яратҡан педагогтар эшләй һәм балаларға төплө белем бирә.
25 йәше айҡанлы гимназия ҡунаҡтар йыйҙы. Күркәм сарала уҡыу­сылар, уҡытыусылар, ветерандар һәм ата-әсәләр ҡатнашты. Алыҫ араларҙы яҡын итеп, Өфөнән дә ҡунаҡтар килеп еткәйне.
Уҡытыусыларҙың күп йыллыҡ хеҙмәте лайыҡлы баһаланды байрамда. Мәғариф министрлығының милли мәғариф бүлеге етәксеһе Морат Ишемғолов Почёт грамотаһы менән – Фирүзә Хәбибуллинаны, Фәүзиә Әхмәтйәнованы, Гөлшат Әхиәрованы, Рәхмәт хаты менән Рәмилә Сәлихованы бүләкләне. Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алёна Әхтәмова Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай­ҙың Рәхмәт хаттарын Зимфера Муҡаева, Гөлназ Ғәлиева, Лариса Мөнироваға тапшырҙы. Шулай уҡ Ирина Тимерғазина, Роза Румянцева, Айһылыу Ғүмәрова, Карина Макулова, Зөбәржәт Ҡотломбәтованы билдәләп үттеләр. Башҡорт милли мәғарифын үҫтереүгә, халҡыбыҙ тарихын, мәҙәниәтен, милли йолаларын балаларға өйрәтеүҙә күп көс һалғаны өсөн Фәғилә Әхмәтғәлиева, Ирина Апсаликова, Фирүзә Зыязетдинова бүләкләнде. Ләйлә Шаһмина, Гөлшат Муллағәлиеваның хеҙмәте ҡаланың мәғариф бүлеге тарафынан баһаланды.
«Аҡ тирмә» милли мәҙәни үҙәк етәксеһе Рәйсә Күзбәкова Ҡоролтайҙың иң ҙур наградаһын – «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалын һәм Почёт грамотаһын Гөлфиә Динисламоваға тапшырҙы. Гөлфиә Әлфәт ҡыҙы – гимназияны 20 йыл етәкләгән педагог. Ул ошо онотолмаҫ ваҡыттарҙы хәтеренә төшөрөп алды.
– Күңелемдә йылы хәтирәләр һаҡлана. Йәшермәйем, төрлө мәлдәр булды. Эре-эре мәктәптәр менән дә конкуренция тоторға тура килде. Барыһын да йырып сыҡтыҡ. 25 йыл эсендә бер уҡыусы ла аттес­татһыҙ ҡалманы. Гимназияны миҙалға тамамлаусылар, Берҙәм дәүләт имтиханында ҙур балл йыйыусылар күп булды һәм әле лә бар. Бында коллективтың эше баһалап бөткөһөҙ, – тине ул.
Байрамға матур концерт әҙерләнгәйне. Гимназияла төрлө йыр-бейеү түңәрәктәре эшләй икән. Балалар үҙҙәренең һәләттәрен асып ҡына ҡалмай, конкурстарға йөрөп, призлы урындар ҙа яулай. Ҡунаҡтарға ла сағыу сығыштар бүләк иттеләр.
Осрашыуҙы йомғаҡлап, белем усағы директоры Лилиә Рәзиф ҡыҙы Хәмәтдинова юбилей айҡанлы шатлыҡтарын уртаҡлашырға килгән һәр кемгә рәхмәтен белдерҙе. Ата-әсәләр ҙә сюрприз әҙерләгән: ҙур, матур торт бешереп килтергәндәр. Артабан да иң яҡшы мәктәптәрҙең береһе булып ҡалырға, балаларҙы милли рухта тәрбиәләүҙе дауам итергә яҙһын, баш­ҡорт гимназияһы!

Лилиә ФАЗЛЕТДИНОВА.
Ағиҙел ҡалаһы.

Ағиҙелдең йәме, ҡото булып
Ағиҙелдең йәме, ҡото булып
Ағиҙелдең йәме, ҡото булып
Ағиҙелдең йәме, ҡото булып
Ағиҙелдең йәме, ҡото булып
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас