Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
8 Декабрь 2025, 13:14

Татыу ғаилә кеүекбеҙ

Башҡорт гимназияһы үҙенең юбилейын билдәләне. Уға егерме биш йәш тулды. Кемдер өсөн был бәләкәй генә арауыҡтыр, әммә ошо ваҡыт күпме тарих, иҫтәлектәр һаҡлай.Мин гимназияла беренсе синыфтан уҡыманым. Белем алыуҙы ҡалабыҙҙағы 1-се мәктәптә башланым. Ә бында икенсе синыфҡа килдем. Ул көн бөгөнгөләй хәтеремдә…

Татыу ғаилә кеүекбеҙ
Татыу ғаилә кеүекбеҙ

Яңы урынға һәм билдәһеҙ кешеләр араһына ҡурҡыбыраҡ барҙым. Мине нисек ҡабул итерҙәр? Эргәмдә оҙатып килеүсе әсәйем булһа ла, йөрәгем тул­ҡынланды.
Бына ҡыңғырау шылтыраны. Беҙ си­ныф­ҡа индек. Бөтәһе лә миңә ҡарай. Уҡы­тыусыбыҙ Гөлназ Рауил ҡыҙы Ғәлиева синыф менән таныштырҙы. Шулай баш­лан­ды минең был гимназияла белем алыуым.
Бер ҙә үкенмәйем бында уҡырға килеүемә. Беҙгә гимназияла ныҡлы белем бирәләр. Уҡытыусыларыбыҙ һәр саҡ эргәбеҙҙә, улар беҙҙең һәләттәребеҙҙе асыр­ға, үҫтерергә әҙер. Белем биреп кенә ҡалмайҙар, файҙалы кәңәштәрен дә еткерәләр, күп һөнәрҙәргә өйрәтәләр. Бергәләп олимпиадаларҙа, бәйгеләрҙә, конференцияларҙа, төрлө проекттарҙа ҡатнашабыҙ. Бының өсөн уҡытыусыларыбыҙға рәхмәт әйтәм.
Егерме биш йыл эсендә гимназиябыҙ стеналары күп нәмә күрҙе инде. Шау-шыулы тәнәфестәр, тантаналы линейкалар, төрлө күңелле саралар, тормош, киләсәк тураһында сикһеҙ һөйләшеүҙәр, борсоулы имтихандар һәм, әлбиттә, һуңғы ҡыңғырауҙар…
Гимназиябыҙҙа балаларҙың һәр көнө фай­ҙалы, ҡыҙыҡлы уҙа. Татыу бер ғаилә кеүек дуҫ йәшәйбеҙ. Бер-беребеҙҙең уңыштары­на ҡыуанабыҙ, һәр саҡ алға барырға, ил­һөйәр, телһөйәр булып үҫергә тырышабыҙ.
Мин хәҙер бында уҡыуыма ҡыуанып бөтә алмайым. Яратҡан гимназиямдың сәскә атыуын, ҡалабыҙҙың йөҙө, ҡото булып ҡалыуын теләйем. Барлыҡ уҡытыусыларымды, уҡыусыларҙы, атай-әсәй­ҙәрҙе күркәм байрамыбыҙ менән ҡотлайым.

Милана ШӘҮӘЛИЕВА,
XI синыф уҡыусыһы.

Ағиҙел ҡалаһы.

Автор: "Йәншишмә" гәзите
Читайте нас