Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
23 Ғинуар , 10:14

"Тәүге мәҡәләм "Башҡортостан пионеры"нда баҫылды"

25 ғинуарҙа коллегабыҙ – «Йәшлек» республика йәштәр гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Артур ДӘҮЛӘТБӘКОВҡа 55 йәш тула. Артур Хәсән улы инде өс тиҫтә йылдан ашыу милли матбуғатҡа тоғро хеҙмәт итә. Ун йыл дауамында Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзын да етәкләне.Күптәр уны кешелекле, ипле, ярҙамсыл тип белә. Бер ҡатта ултырып эшләгәс, «Йәшлек»тәр менән көн һайын күрешергә тура килә. Артур Хәсән улының һис бойоғоп йөрөгәнен күрмәҫһең, һәр саҡ оптимистик рухта үҙе, хәлдәрҙе белешеп, кәрәк саҡта кәңәштәрен дә биреп китә. Тормош иптәше менән һылыу, аҡыллы ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр, бөгөн бәхетле олатай менән өләсәй улар.Юбилейы айҡанлы Артур Хәсән улы менән уның бала сағы, студентлыҡ осоро, гәзиткә нисек эшкә килеүе хаҡында әңгәмәләштек.

"Тәүге мәҡәләм "Башҡортостан пионеры"нда баҫылды"
"Тәүге мәҡәләм "Башҡортостан пионеры"нда баҫылды"

Шыуышып йылғаға төшөп китә яҙғанмын

Бала сағым Ейәнсура районы Ибрай ауылында үтте. Ғүмеремдең иң күңелле мәлдәре, тип иҫкә алам хәҙер ул осорҙо. Үтәғолда тыуһам да, атайымды мәктәп директоры итеп ебәргәстәр, шул ауылға күстек. Әсәйем башланғыс синыфтарҙа белем бирә ине. Уның уҡыусылары мине иркәләтеп, күтәреп алып йөрөтөп ҡарай торғайны.
Әллә шулай яратылып ҡына үҫкәнгә, ҡулда ғына йөрөткәнгә, йәш ярымғаса атламай тик ултырғанмын. Ә бына шыуышыуын тиҙ шыуышҡанмын, хатта өй артындағы Ҡаҫмарт йылғаһына тиклем барып етеп, төшөп китә яҙғанмын!
Ғөмүмән, иркә малай булып үҫтем мин. Сөнки ғаиләлә беренсе бала, олатай-өләсәйемдәрҙең тәүге ейәне инем. Аҙаҡтан бер малай, өс ҡыҙыҡайға ағай булырға тура килде әле! Аллаға шөкөр, барыһы ла юғары белем алып, тормошта үҙ урындарын табып, ғаиләле булып, матур йәшәп яталар. Әсәйем иҫән-һау, уға йышыраҡ ҡайтырға тырышабыҙ.

Мин – гимназист

Икенсе синыфҡа Иҙәш мәктәбенә белем алырға барҙым. Ул ваҡытҡа беҙ йәнә күсенгәйнек. Яҡшы ғына уҡыным былай – математика дәресендә уҡытыусының таҡтаға яҙған миҫалында хата табып бәхәсләшкәнем дә иҫемдә. Бөтә фәндәрҙе лә яраттым, айырыуса урыҫ теле дәресе оҡшай ине. Ә бына химия ауырыраҡ бирелде. Шулай ҙа «өслө»ләрһеҙ өлгәшә инем.
Туғыҙынсыла уҡыуҙы Өфөлә дауам иттем. Хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы тип аталған билдәле белем усағында уҡыу бәхете эләкте. Бөтә гимназистарҙың маҡсаты – һәр ерҙә алдынғы, беренсе булыу, мин дә шуға ынтылдым, үҙемде төрлө яҡтан үҫтерергә тырыштым.

Матбуғатта тәүге аҙымдар

Өйгә гәзит-журнал күп алдырҙы атай-әсәйем. Почта ташыусы Лена инәй матбуғат баҫмаларын ҡалдыра ла: «Ярты сумкам бушап, еңел булып ҡалды», – тип шатланып сығып китә торғайны. Бала сағыбыҙ «Башҡортостан пионеры» гәзитен (хәҙерге «Йәншишмә») уҡып үтте. Үҙем дә яҙыштырғылап ҡарай инем. Тәүге мәҡәләм ошо гәзиттә донъя күрҙе. Синыфташым Фәнүзә менән яҙмаларыбыҙҙы ярыша-ярыша ебәрә инек: кемдеке баҫылып сығыр? Үҙемсә шиғырҙар ҙа ижад итә инем.
Ә гимназияла яҙған мәҡәләләремде гәзиттә баҫтырырға, ниңәлер, ҡыйыулыҡ етмәне. Яҙам да, ебәрмәйем дә ҡуям.

Тракторсы булырға хыялландым

Авиация институтына инженерға уҡырға ингәйнем, оҡшаманы ла ҡуйҙы. Дуҫ егет ҡотортоп, уның менән училищеға барҙыҡ – электрик һөнәрен үҙләштерҙек. Хәҙер әрмегә барып ҡайтырға ла юғары юридик белем алырға, тип уйлап йөрөйөм бит инде. Тик барыһын да осраҡлылыҡ хәл итте һәм мин БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенты булып киттем. Журналист булам, тип уйлай инем икәнме мин? Юҡтыр. Мин, ғөмүмән, бәләкәйҙән ул заманда ауылда абруйлы һөнәр эйәләренең береһе – тракторсы булырға хыялландым.
Шулай ҙа яҙышырға ынтылыш һәр саҡ булды. Студент саҡта «Йәшлек» гәзитендә ҙур ғына проблемалы мәҡәлә баҫтырғаным иҫтә. Йәйге каникул ваҡытында телевидениеға ла эшкә ҡала торғайныҡ, шунда тапшырыуҙар эшләргә өйрәндем.
Деканыбыҙ Ғиниәт Ҡунафин журналист булырҙай егет-ҡыҙҙарҙы күҙәтеп йөрөгән икән. Бишенсе курста Мөнир менән (Башҡорт­остандың халыҡ яҙыусыһы Мөнир Ҡунафин – авт.) икебеҙҙе саҡырып алды ла: «Йәшлек» гәзите хәбәрселәр эҙләй икән, барып ҡарағыҙ», – ти­не. Баш мөхәррир Артур Иҙелбаев икебеҙҙе лә эшкә алды.

Ҡурайҙа уйнарға нисек өйрәндем?

Ул осорҙа районда ҡурайсылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине. Ә беҙҙең ауылда, ул ни тиклем ҙур булһа ла, бөтөнләй юҡ. Атайым менән урманға йөрөйбөҙ. Көҙ көнө Ҡарағайлы үҙәктән күп итеп ҡурай йыйып алып ҡайттым. Уйнарға өйрәнге килә. Ҡай­ҙа йөрөһәм дә, үҙем менән алам – тауыш сығарырға өйрәндем. Бәхетемә, ауылға яңы уҡытыусы килде. Ибрай ауылынан билдәле ҡурайсы Әхмәтсәлим ағайҙың улы ине ул. Кәбир ағай Яҡупов урыҫ теленән белем бирә башланы. Шулай итеп, ул миңә тәүге көй­ҙәрҙе өйрәтте. Гимназияла иһә ҡурай түңәрәген Юлай ағай Ғәйнетдинов алып бара ине, унда ла йөрөнөм, төрлө концерттар­ҙа ҡатнаштыҡ.
БДУ-ла уҡығанда үҙем өсөн думбыра серҙәрен астым. Әле лә уйнап алам. Университетта «Йәнгүзәл» төркөмө бар ине, уның әүҙем ағзаһы булдым, райондар буйлап сығыш яһай торғайныҡ.

Милли баҫмалар хаҡында

Эшкә килеүгә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт үтте, «Йәшлек»тә баш мөхәррир урынбаҫары вазифаһына тиклем еттем. «Аманат» балалар һәм үҫмер­ҙәр журналына баш мөхәррир итеп саҡырғас, баш тартманым. Унда дүрт йыл эшләп ташлағанмын. Ҡайһы баҫмаға хеҙмәт итһәм дә, уны уҡымлыраҡ итергә, яңылыҡтар индерергә, рубрикалар, кон­курс­тар уйлап сығарырға тырыштым. Тираж да шуға ҡарап арта ине.
Яҙмыш ҡушыуы буйынса туған гәзитемә кире ҡайттым – был юлы инде баш мөхәррир булараҡ. Бына ике тиҫтә йыл татыу коллектив менән башҡорт телендә иң ҙур тиражлы гәзит сығарабыҙ. Уҡыу­сыларыбыҙ аҙна һайын ҡыҙыҡлы йөкмәткеле баҫманы ҡулына алһын, тип тырышабыҙ. Гәзит элек-электән килгән традицияларына тоғро ҡала, ауыл тормошон, хал­ҡыбыҙ йәшәйешен яҡтыртабыҙ. Сайтҡа килешмәгән нәмәләр ҡуяһығыҙ, тип әрләүселәр бар – улар, тимәк, гәзитте ҡулдарына тотоп ҡарамаған, икеһе ике төрлө нәмә икәнен аңлап еткермәйҙәр.
Әлбиттә, проблемалар юҡ түгел. Гәзит-журналдарҙың тиражы кәмеүе борсоуға һалмай ҡалмай. Был мәсьәләне власть кимәлендә хәл итергә кәрәк. Дөйөм эш алып барылмауы, почта бүлексәләренең ябылыуы, ундағы хеҙмәткәрҙәрҙең бәләкәй генә эш хаҡы, шул уҡ ваҡытта ата-әсәләрҙең милли матбуғатҡа яҙылмауы, балалары менән икенсе телдә һөйләшеүе – барыһы ла йоғонто яһай. Йәш журналистарҙың эшкә килмәүе лә – үҙе бер бәлә.
Шулай ҙа милли матбуғат йәшәр әле, тип ышанам. Рухлы башҡорт ҡыҙҙары һәм егеттәре бар, улар телебеҙҙе һаҡлап ҡалыр, киләсәк быуынға еткерер!

"Тәүге мәҡәләм "Башҡортостан пионеры"нда баҫылды"
"Тәүге мәҡәләм "Башҡортостан пионеры"нда баҫылды"
"Тәүге мәҡәләм "Башҡортостан пионеры"нда баҫылды"
"Тәүге мәҡәләм "Башҡортостан пионеры"нда баҫылды"
"Тәүге мәҡәләм "Башҡортостан пионеры"нда баҫылды"
"Тәүге мәҡәләм "Башҡортостан пионеры"нда баҫылды"
"Тәүге мәҡәләм "Башҡортостан пионеры"нда баҫылды"
"Тәүге мәҡәләм "Башҡортостан пионеры"нда баҫылды"
"Тәүге мәҡәләм "Башҡортостан пионеры"нда баҫылды"
"Тәүге мәҡәләм "Башҡортостан пионеры"нда баҫылды"
"Тәүге мәҡәләм "Башҡортостан пионеры"нда баҫылды"
"Тәүге мәҡәләм "Башҡортостан пионеры"нда баҫылды"
"Тәүге мәҡәләм "Башҡортостан пионеры"нда баҫылды"
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас