Мин данлыҡлы белем биреү усаҡтарының береһе – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт интернат-гимназияһында уҡыйым. Уҡыуҙан буш ваҡытта йырларға һәм бейергә, айырыуса ҡурайҙа уйнарға яратам. Ҡурай менән 5 йәшемдән танышмын. Тәүге тапҡыр был тылсымлы моңдо мин Мәләүез ҡалаһының 15-се балалар баҡсаһында ишеттем. Был сихри моң мине әсир итте, һәм шул уҡ минутта ошо иҫ киткес ҡоралда уйнарға өйрәнгем килде. Шулай итеп, ҡурайҙы үҙләштереү теләге мине тәүге педагогым Тәлғәт Мөхәррәм улы Нуриевҡа алып килде. Ул мине был ҡоралға, ҡурайҙа башҡарылған көйҙәргә шул тиклем ғашиҡ итте, шунан бирле мин унан айырылмайым. Гимназияға уҡырға килгәс тә, беренсе сиратта, ҡурай түңәрәгенә яҙылдым. Гимназиябыҙҙың өлгөлө ҡурайсылар ансамблен Вәсил Рәшит улы Баймырҙин етәкләй. Ансамбль данлыҡлы ҡурайсы, педагог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әҙеһәм Динислам улы Исҡужин исемен йөрөтә.
Ҡурай – башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы ғына түгел, ул – йөрәк тауышы, күңел моңо. Беҙгә ата-бабаларыбыҙҙың йырҙарын, легендаларын, тормош юлдарын һөйләй. Шуға күрә лә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров 10 октябрҙе Ҡурай көнө итеү һәм Дәүләт ҡурайсылар ансамблен ойоштороу тураһында Указ сығарыуын шатланып ҡабул иттем.
– Ҡурай – милли музыка ҡоралы ғына түгел. Ул – башҡорт халҡының символы, быуындарҙы берләштергән мөһим элемент, башҡорт халҡының рухы. Шуға ла 10 октябрҙе республикала Ҡурай көнө тип иғлан итергә ҡарар ҡабул иттек, – тигәйне республика Башлығы Башҡорт дәүләт филармонияһында үткән Башҡортостан Республикаһының Дәүләт ҡурайсылар ансамбле менән танышыу кисәһендә.
10 октябрҙә Башҡортостанда тәүге тапҡыр Ҡурай көнө билдәләнде. Был көндө Дәүләт ҡурайсылар ансамбле «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ҙур концерт менән сығыш яһаны. Унда заманса эшкәртеүҙә башҡорт халыҡ көйҙәре һәм йырҙары яңғыраны, бейеүҙәре башҡарылды.
Был концертты Радий Фәрит улы ла ҙур ғорурлыҡ менән ҡараны. «Бындай сығыштар республиканың йөҙөн билдәләй. Ҡурайсылар ансамбле ойоштороу хаҡында бер йыл элек ҡабул ителгән ҡарарҙың дөрөҫ булыуын күрәбеҙ», - тине ул тәьҫораттары менән уртаҡлашып.
Миңә лә концерт бик оҡшаны. Һуңынан ансамблдең етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, беҙҙең гимназияның тәрбиәләнеүсеһе Азат Айытҡолов менән осрашып, фотоға төшөп, интервью алырға теләгемде еткергәс, ул ҡыуанып риза булды. Уның менән әңгәмәмде һеҙҙең менән дә уртаҡлашам.
— Азат Миңлеғәле улы, ансамбль ойошторолдо, эштәр ҡыҙыу бара. Кәйефтәрегеҙ нисек?
— Кәйефтәр бик шәп. Дәүләт ҡурайсылар ансамблен ойоштороу – ҙур ваҡиға. Республика етәкселегенә беҙҙең башланғысты хуплағандары өсөн бик рәхмәтлебеҙ. Ансамблебеҙ ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 20-нән ашыу концерт бирҙе. Ҡайҙа ғына барһаҡ та, беҙҙе бик яҡшы ҡаршы алалар. Залдар тулы, барыһы ла һоҡлана.
— Азат ағай, һеҙең өсөн ҡурай нимә ул?
— Мин – башҡорт, башҡорт булып тыуғанмын, башҡорт булып үләсәкмен. Һәм ғүмерем буйы ҡурайға хеҙмәт иттем һәм хеҙмәт итәсәкмен, сөнки ул мине кеше итте. Мин ҡурайсы булдым һәм уның менән бөтә донъяны урап сыҡтым. Ҡурай аша башҡорттарҙың тарихын еткерәм, һөйләйем. Беҙгә еткән бөтә йырҙар һәм көйҙәр – барыһы ла тарихи, үҙ энергияһына эйә. Һәм уларҙың береһе лә икенсеһенә оҡшамаған. Шуға күрә һәр йырға, һәр көйгә бик етди ҡарайым. Һәр ваҡыт тере тауыш менән башҡарам, бер ҡасан да фонограммаға уйнаманым. Ҡурай – ул ябай музыка ҡоралы түгел, һәр башҡорттоң күңел өлөшө, быуындар араһын бәйләүсеһе, йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлаусыһы бит ул. Башҡортостан вәкиле ҡайҙа ғына йөрөһә лә, ҡурай һәр саҡ республикабыҙҙың визит карточкаһы булып ҡала.
— Һеҙ – Башҡортостандың алдынғы ҡурайсыһы, күренекле педагог, башҡорт музыкаль фольклоры буйынса белгес, башҡорт моңоноң матурлығын ғына түгел, ә рухи байлығын да еткереүсе оҫталарҙың береһе. Азат ағай, үҙ юлығыҙҙы табырға кем ярҙам итте, кем һеҙҙең тәүге остазығыҙ булды?
— Яҙмыш мине Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында ҡурайсы Әҙеһәм Исҡужин менән осраштырҙы. Уны тәүге остазым тип ғорурланып әйтә алам. Аҙаҡ инде яратҡан ҡоралым мине Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БАССР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, актёр, йырсы, ҡурайсы, ҡурай тураһында алты китап авторы, күренекле педагог — Ғата Сөләймәновҡа алып килде. Унан күп нәмә алдым. Әйткәндәй, мин Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай синыфы буйынса беренсе сығарылыш студенттарының береһе булдым.
— Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең ойошторолоуына нисек ҡарайһығыҙ? Һеҙҙеңсә, уның алдында ниндәй бурыстар тора?
— Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең ойошторолоуы – ҙур ваҡиға. Ҡурай сәскәһе Башҡортостандың дәүләт гербы элементы булып тора. Республикабыҙҙа даими рәүештә «Ҡурай байрамы» үткәрелә. Бер нисә йыл элек республика ҡурайға патент алды – уны Башҡортостандың территориаль бренды булараҡ теркәнеләр. Ә хәҙер музыкаль коллектив барлыҡҡа килде. Ҡурайсылар ансамбле, минеңсә, Башҡортостандың музыкаль визит карточкаһына әүерелергә һәм республиканы Рәсәйҙә генә түгел, башҡа илдәрҙә лә танытырға тейеш.
— Һәр бер милли музыка ҡоралы легенда менән бәйле. Беләһегеҙме шундайҙы? Һөйләгеҙ әле.
— Сығыштарымда бер номер бар, мин сәхнәгә ҡурай үләне менән сығып, легенда һөйләй башлайым: «Борон-борон заманда бер егет үҙенең ырыуынан ҡалышҡан һәм урманда аҙашҡан. Арып, хәлһеҙләнеп бер нисә көн йөрөгәндән һуң ул матур тауыштар ишетә. Шул яҡҡа табан китә һәм үҫеп ултырған үлән күрә. Уның өҫкө өлөшө һыныҡ булған: талғын ел иҫкән һайын был үлән матур тауыштар сығарған. Егет ләззәтләнеп тыңлап ултырған да бысағы менән үләнде ҡырҡып алып, музыка ҡоралы эшләгән. Ул уйнаған көй ата-әсәһенә һәм ырыуҙаштарына барып еткән. Улар егетте ҡотҡарған. Шулай итеп, был музыка ҡоралы халыҡ араһында таралып киткән». Мин был легенданы һөйләйем дә барыһы алдында үләндән ҡурай яһай башлайым, ә һуңынан унда уйнап, ҡәҙерле ҡунаҡтарға бүләк итәм.
– Ансамбль составына кемдәр инә? Хәҙерге ваҡытта коллектив тулыһынса формалашты, тип әйтергә мөмкинме?
— Бөгөн коллективта 30 музыкант эшләй — юғары профессиональ белемле белгестәр. Улар араһында — республиканың алдынғы ҡурайсылары һәм йәштәр, думбырала, соло-гитарала, бас-гитарала, клавишаларҙа, һуҡма уйын ҡоралдарында уйнаусылар, йырсылар һәм бейеүселәр ҙә бар.
– Бөтә ил һәм донъя буйлап һеҙҙең ижади дуҫтарығыҙ, коллегаларығыҙ бар. Улар беҙҙә бындай бренд коллектив – Дәүләт ҡурайсылар ансамбле барлыҡҡа килеүен нисек ҡабул итте? Беҙ музыкаль символыбыҙға тейешенсә баһа бирҙекме һәм ҡурайҙы данлау өсөн тағы нимәләр эшләргә мөмкин?
– Был яңылыҡты ишеткәндәр, әлбиттә, шылтыраттылар, ҡотланылар. Башҡорт халҡының бик бай музыкаль фольклоры бар, уны беҙ бөтә донъяға лайыҡлы күрһәтергә тейешбеҙ. Минең теләгем – беҙҙең яратҡан музыка ҡоралыбыҙ ҡурайға Өфөлә лә һәйкәл булһын ине.
– Ентекле һәм мауыҡтырғыс яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт, Азат Миңлеғәле улы! Ҡурай көнө менән һеҙҙе! Яңы башлаған эшегеҙҙә уңыштар теләйем.
Азат ағай – минең өсөн башҡорт милләт вәкилдәре араһынан сыҡҡан ир-егет-музыкант идеалы! Уға ҡурайҙы, ә уның менән бергә беҙҙең республиканы, илде данлап башҡарған эштәре өсөн рәхмәтлемен!
Самир ЛАТИПОВ,
VI синыф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы,
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.