Юлдаш Хәйҙәр улы “Йәншишмә”нең алыштырғыһыҙ яуаплы сәркәтибе булды, 40 йылдан ашыу милли матбуғатҡа хеҙмәт итте. Оҫта итеп һүрәт төшөргәс, ошо өлкәлә белем ала ул, “Башҡортостан пионеры”на ла эшкә рәссам-ретушлаусы булараҡ саҡырыла. Бының менән генә сикләнмәй Юлдаш Хәйҙәр улы – кәрәк саҡта, командировкаларға сығып, мәҡәлә лә яҙа, фотоға ла төшөрә, балалар ебәргән инша-шиғырҙарҙы ла рәткә һала, һуңынан вёрстка эшенә лә өйрәнергә тура килә. Яңы технологиялар килеп сыҡҡас, төндәр буйы компьютер программаларын үҙ аллы ултырып үҙләштереүен хәтерләй. Уны коллективта хөрмәт итәләр, башҡа редакция хеҙмәткәрҙәре лә ярҙам һорап йыш килә.
Бөгөн Юлдаш Хәйҙәр улы – хаҡлы ялда, тормош иптәше Зилә ханым менән ауылда донъя көтә. Уға ныҡлы һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ, балаларығыҙ шатландырып ҡына торһон!
Ҡотлау менән – “Йәншишмә”ләр.