-8 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
6 Март , 11:07

Халыҡ шағирынан автограф алдым

Беләһегеҙме, Баш­ҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевҡа быйыл 85 йәш тула.  

Халыҡ шағирынан автограф алдым
Халыҡ шағирынан автограф алдым

Шул айҡанлы күп саралар, осрашыу­ҙар үтәсәк икән. Ә тәүгеһе беҙҙең мәктәптә булды. Халыҡ шағирының килгәнен уҡытыусыбыҙ Фирүзә Әхмәҙулла ҡыҙы Иштәкбаева менән түҙемһеҙләнеп көттөк.
Мин дуҫым менән алып барыусы булдым. Осрашыуҙа Ҡәҙим Әбделғәлим улы үҙенең тормошо һәм ижады хаҡында һөйләне.
Беҙ уға төрлө һорауҙар бир­ҙек. Ә мин шағир һәм тамашасылар алдында ҡурайҙа ла уйнап күрһәттем. Ҡунағыбыҙға бик оҡшаны, бөйөк ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев төшөрөлгән һүрәт тә бүләк итте. Артында уның «Йомабай ҡурайы» шиғыры яҙылғайны. Шағир йылы теләктәрен дә өҫтәне, автог­раф ҡуйҙы. Минең өсөн ныҡ ҡәҙерле бүләк!
Осрашыуға тағы «Баш­ҡортостан уҡытыу­сыһы» журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов һәм Милли әҙәбиәт музейы етәксеһе Зәки Әлибаев та килгәйне. Уларҙы ла бик ҡыҙыҡһынып тыңланыҡ. Һуңынан бергәләп фотоға төштөк. Был осрашыу ныҡ иҫтәлекле булды.

Дияр ФАЗЛЕТДИНОВ, IX «Г» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, 108-се мәктәп.

Халыҡ шағирынан автограф алдым
Халыҡ шағирынан автограф алдым
Халыҡ шағирынан автограф алдым
Халыҡ шағирынан автограф алдым
Халыҡ шағирынан автограф алдым
Халыҡ шағирынан автограф алдым
Халыҡ шағирынан автограф алдым
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас