– Хәтер йомғаҡтарын һүтеп, бала саҡҡа әйләнеп ҡайтып, бәләкәй Зөһрә, уның мәктәп йылдары тураһында һөйләп үтегеҙ әле. Шул мәлдәрҙе һағынып иҫләйһегеҙме?
– Мин – ауыл ҡыҙы. Асҡын районының Башҡортостан ауылынан булам. Уңған, тырыш һәм ижади ғаиләлә тыуып үҫтем. Ағайым, апайым, һеңлем бар. «Йәншишмә»не уҡыған ауыл балалары кеүек үк көтөү ҙә көттөм, һыйыр ҙа һауҙым. Һәүкәште һауып бөттөм генә тигәндә, күнәкте тибеп осорғаны ла, унда тояғын тыҡҡаны ла булды (көлә). Тимур командаһында йөрөп, ауыл инәйҙәренә һәм бабайҙарына ла ярҙам итештем, пионер усаҡтары яҡтым, макулатура йыйҙым. Кесерткәнгә ҡолап, бер нисә көн илап ятҡаным да булды. Аяҡтарҙы ҡанатҡансы ялан тәпәй йөрөгәнемде лә иҫләйем. Мәктәптә яҡшы уҡыным, әүҙем булдым. Спорт ярыштарында һәм олимпиадаларҙа ҡатнаштым. Унынсы синыфта уҡығанда башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһында беренсе урын алдым. Үҙемде ғәҙәти бала булдым, тип һанайым. Шуны ла хәтерләйем – нисек кенә уңған булһаҡ та, тырышып уҡыһаҡ та, атай-әсәйебеҙ беҙҙе бер ваҡытта ла маҡтаманы, «Һеҙ яҡшыраҡ булдырырға тейеш», – тине.
– Барыһы ла тәрбиәнән килә, ә тәрбиә нигеҙе – ғаилә, ата-әсә, ағай-апайҙар, уның бер ҡалыпҡа һалынған ғәҙәт-йолаларында. Был йәһәттән һеҙҙең ғаилә ниндәй роль уйнаны?
– Атай-әсәйебеҙ беҙҙе, 4 баланы, үҫтереү һәм уҡытыу өсөн күп көс һалды. Атайыбыҙ – иң тәүге уҡытыусыбыҙ. Беҙ 4–5 йәшебеҙҙә үк уҡый, яҙа белә инек. Атайым менән әсәйем илһөйәр итеп тәрбиәләне, тыуған ерҙе, Тыуған илде, туған телде яратырға өйрәтте. Өйөбөҙҙә бай китапхана булды. Китаптарыбыҙҙы ауылдаштарыбыҙға ла өләшә торғайныҡ. Өҫтәүенә, атайым башҡорт, татар һәм урыҫ телдәрендә бик күп гәзит һәм журналдар алдырҙы. Әйткәндәй, ул минең тыуған көнөмә гел китап бүләк итә торғайны.
– Китап, гәзит-журналдарҙы уйынсыҡ урынына күреп үҫкән ҡыҙҙың тәүге мәҡәлә яҙыуы, йәш хәбәрсе булыуы, юғары белем алып, журналистика юлын һайлауының башы ғаилә тәрбиәһенән киләме?
– Эйе, башланғыс синыфта белем алғанда Зәйтүнә апайыбыҙҙың шиғырҙары матбуғатта баҫыла башланы. Артабан минең яҙмаларым «Йәншишмә»лә донъя күрҙе, унан – һеңлемдеке. Гәзиттең «Йәш хәбәрсе» танытмаһын мәктәп линейкаһында тапшырҙылар. Был исемде алыу минең өсөн ҙур уңыш ине. Баҫманың ул саҡтағы баш мөхәррире Ғималетдин Яруллинға бөгөн дә рәхмәт уҡыйым. Тап «Йәншишмә» журналистикаға юл күрһәткән баҫма булды.
1998 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамланым. Студент ваҡытта уҡ Башҡортостан радиоһына эшкә урынлаштым. Ниндәй генә мәлдәр булһа ла, һөнәремде алмаштырманым, уға тоғро ҡалдым. Бөгөн «Юлдаш» радиоһында яңылыҡтар хеҙмәтен етәкләйем. Атайыма сикһеҙ рәхмәтлемен. Сөнки тап ул миңә был һөнәргә һөйөү тәрбиәләне, йүнәлеш бирҙе, маҡсат ҡуйырға һәм уға ирешергә, ҡыйыу һәм ғәҙел булырға өйрәтте. Аҙаҡ инде студент саҡта Миҙхәт Ғәйнуллин, Тимерғәли Килмөхәмәтов, Әхмәт Сөләймәнов, Фәнил Күзбәков, Соно Әлиева, Хәҙисә Солтанбаевалар минең яратҡан, хөрмәт иткән остаздарым булды. Ярҙамдарын, кәңәштәрен онотмайым.
– «Юлдаш» радиоһында «Атайым тураһында һөйләгеҙ», «Ил улдары» тапшырыуҙарының үҫеп килгән быуында дуҫлыҡ, берҙәмлек, илһөйәрлек тойғолары, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүҙә роле баһалап бөткөһөҙ. Ошондай етди проекттарға тотонорға нимә этәргес булды?
– Беҙҙең ғаиләлә атай абруйы көслө булды. Шуға ла «Юлдаш»та һөйөклө кешемдең яҡты иҫтәлегенә арнап «Атайым тураһында һөйләгеҙ» тигән тапшырыу асып ебәрҙем. Ул республиканың билдәле атайҙарына бағышлана. Бала саҡта аңлап та, баһалап та етмәгән һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә йылдар үткән һайын нығыраҡ төшөнәһең. «Атайым тураһында һөйләгеҙ» тапшырыуы атайҙар тәрбиәһе, атайҙар аманаты, атай васыяты хаҡында. Беҙҙең аранан киткән, үҙенән һуң яҡты эҙ, күркәм эштәр ҡалдырған атайҙар ғына түгел, тотош милләтенең улы булған уҙамандар программа геройҙары итеп һайлана.