+23 °С
Облачно
VKOKTelegram
Юбилейҙар
13 Мая , 07:00

Бер быуатлыҡ ғүмер!

Бер быуат эсендә ниҙәр генә күрмәгән, ниҙәр генә кисермәгән Файза Фәйзрахман ҡыҙы Бикбова. Шулай ҙа хөрмәтле тыл ветераны, әсәлек даны ордены кавалеры үҙен бик бәхетле кеше тип иҫәпләй. Бөгөнгө көндә ул улы Мансур, килене Әҡлимәнең күркәм донъяһының түрендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә.

Бер быуатлыҡ ғүмер!Бер быуатлыҡ ғүмер!
Бер быуатлыҡ ғүмер!

Файза Фәйзрахман ҡыҙы Аҡъегет ауылында донъяға килә. Бала һәм үҫмер сағы һуғыш һәм унан һуңғы аслыҡ, юҡлыҡ йылдарына тура килә. Ҡара йәштән эшләй, тиҫтерҙәре менән үгеҙ егеп ер һөрә, йәйҙәрен колхозға бесән эшләшә. Ә кистәрен шәм яҡтыһында һалдаттарға ойоҡтар бәйләй, Еңеүгә ҙур өлөш индерә улар. Ныҡ көтһәләр ҙә, аталары һуғыштан әйләнеп ҡайта алмай, яу ҡырында батырҙарса һәләк була. Буй еткергәс, уңған ҡыҙ һауынсы булып эш башлай. Илленсе йылда Ибраһим ауылы егете Хәмитйәнгә кейәүгә сыға. Һуңыраҡ ғаилә Ғәлиәхмәттә төпләнә. Файза инәй мәктәптә йыйыштырыусы, ғаилә башлығы механизатор булып эшләп хаҡлы ялға сыға. 60 йыл бергә ғүмер иткән Бикбовтарға гәүһәр туйҙарын ҡаршы алырға ла насип була. Улар ун балаға ғүмер биреп, оло тормош юлына аяҡҡа баҫтыралар. Әлеге көндә юбиляр 82 ейән-ейәнсәренә, бүлә-бүләсәрҙәренә һөйөнөп, балалары хөрмәтендә тормоштоң йәмен татып йәшәй.
Һаулыҡ, рух ныҡлығы инәйгә!

Сығанаҡ һәм фото: Хәйбулла районы башҡорттары ҠОРОЛТАЙЫ

Бер быуатлыҡ ғүмер!
Бер быуатлыҡ ғүмер!
Бер быуатлыҡ ғүмер!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас