+16 °С
Ясно
VKOKTelegram
Юбилейҙар
9 Июня , 10:34

Яҙыусы, шағир, педагог, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Ҡамса Мортазинға – 60 йәш

Ҡамса Дәүләтбай улы Мортазин 1966 йылдың 1 июнендә Башҡортостандың Учалы районы Мулдаш ауылында тыуа. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын, унан һуң Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында аспирантура тамамлай. Педагогик хеҙмәт юлын Арғаяш районының Ҡуйһары мәктәбендә башлай. Тыуған ауылы Мулдаш башланғыс мәктәбендә – мөдир, Силәбе дәүләт университетында доцент була. Әле ул Пётр Чайковский исемендәге Көньяҡ Урал сәнғәт дәүләт институтында уҡыта.

Яҙыусы, шағир, педагог, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Ҡамса Мортазинға – 60 йәшЯҙыусы, шағир, педагог, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Ҡамса Мортазинға – 60 йәш
Яҙыусы, шағир, педагог, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Ҡамса Мортазинға – 60 йәш

Ҡамса Дәүләтбай улы – 1997 йылдан Силәбе өлкәһенең Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмәһе етәксеһе. Тыуған яҡ әҙәбиәтен өйрәнә, күрше өлкәлә йәшәгән ижади көстәрҙе туп­лай. «Силәбе шишмәләре», «Силәбе моңдары», «Арғаяш башҡорттарының рухи донъяһы», «Силәбе баш­ҡорттарының әҙәбиәт антологияһы», «Дуҫлыҡ тирмәһендә», «Ислам юлдарында», «Духовный мир челябинских башкир» йыйынтыҡтарын төҙөгән. Силәбе өлкәһендәге мәктәп уҡыусыларының «Тамсыҡай», «Ын­йыҡай», «Беҙ – үҙебеҙ башҡорттар», «Йәйғор нурҙары», «Ҡуяндар дуҫлығы» исемле әҙәби йыйынтыҡтарын нәшер иткән.
Ҡамса Мортазин – «Һаумы, Ҡояш­ҡай!» исемле балалар өсөн хикәйәләр, «Егеттәрҙең солтаны ине…» публицистик, «Күңел анттары» фәнни-популяр, «Арғужа ла буйлап йөрөгәндә» фәнни-биографик, «Йөрәгемдә – Ерем…» лирик шиғри китаптары авторы.
Тыуған яҡ әҙәбиәтен үҫтереүгә индергән тос хеҙмәте өсөн Башҡорт­остандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ була. Баш­ҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы, филология фәндәре кандидаты. Силәбе өлкәһе губернаторының Почёт грамоталары менән бүләкләнгән. «Башҡортостан уҡытыу­сыһы» журналының 2010 йылғы лауреаты. Ҡадир Даян, Ғәлимов Сәләм һәм Кәтибә Кинйәбулатова исемендәге премиялар лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры.

Иҫерткес мәл
Иҫерткес мәл, Хоҙай тапҡан әмәл,
Йөрәктәрҙән өҙә өндәрҙе.
Меңенсе ҡат яңы донъя асам –
Тәү күргәндәй яҡты көндәрҙе.

Аҡ ҡайындар һый күлдәген кейгән,
Ап-аҡ алъяпҡыслы муйылдар.
Ә сирендәр зәңгәр күҙен асҡан –
Күҙ теймәһен: ниндәй һылыуҙар!

Аһ, илаһи көткән һылыу ҡунаҡ –
Һандуғасҡай ҡунды тирәккә.
Шул һандуғас һөйөү теле булып
Мәңгелеккә күсте йөрәккә.
Ҡарағайҙар
Ҡарағайҙар төҫ ташламай
Ҡыштарын тын торалар.
Гүйә, улар хаҡ мосолман:
Сабыр кәңәш ҡоралар.

Бурандарҙа башҡайҙарын,
Йөҙҙәрен йәшермәйҙәр.
Йәйге селләлә һығылмай,
Ҡояштан йәшенмәйҙәр.

Яҙмыштары – ҡаяларҙа,
Һығыла ҡайырҙары…
Урал ташына ереккән
Ҡарағай тамырҙары.
Ҡанаттарым талһа...
Ҡанаттарым талһа, һиңә ҡайтам,
Тәүге тәпәй баҫҡан ер генәм.
Урал тауҙы иңләп осор өсөн
Көс аламын һинән, бер генәм!

Атам-әсәм ҡан-тирҙәре тамған,
Яҡын миңә бында һәр ҡыуаҡ.
Шишмәләрҙән ятып һыуҙар эсһәм,
Онотола барлыҡ ваҡ-төйәк.

Ҡарағайҙар – һаҡсы, ҡайындарҙа
Һандуғастар асҡан тамаша.
Тауҙар – билен быуған баһадирҙар –
Өнөммө был, әллә һаташам?..

Ысынбарлыҡ бында бөтәһе лә,
Сәскә күҙле ғәзиз ер генәм!
Күҙ ҡараһы кеүек һаҡлар өсөн
Тауҙар булып баҫам, бер генәм!

Тын юлдарҙан йырлай-йырлай уҙам
Ҡайындарҙың дәртле көйөнә.
Сал Уралтау, олатайым кеүек,
«Улым ҡайтты!» – тиеп һөйөнә.
Йәй
Иртәнге ел әсәм ҡулы һымаҡ
Һыйпап үтә үлән баштарын.
Иркә талдар сәләм биргән төҫлө
Йыйыралар ҡыйғас ҡаштарын.
Йырсы һандуғастай наҙға иҙрәп
Йәйелепкәй китеп күңелем,
Ең һыҙғанып күлдәр, йырҙар кисәм,
Моңдар эсәм таңда түгелеп.

Тал сыбыҡта елгән яр буйҙары,
Усаҡ яҡҡан алһыу таңдарым,
Йәшел намаҙлыҡҡа баҫҡан кеүек
Асылғандай йөрәк тындарым.
Атайым кәңәштәре
Егет булһаң, елкән кеүек
Еленләп барма елгә.
Дауылдары елкәндәрҙе
Сығарып бәрә ергә.

Егет булһаң, ерек түгел,
Ҡарағастай ғорур бул;
Шартлап һына еректәре,
Елгә ҡаршы торор бул.

Йәншишмәһе - йәнгә шифа
Яҙғы таңдың һыҙылыпҡай,
Әй, тыуған мәле.
Урал ташын кресло итеп
Ултырам әле.

Армыттарын диңгеҙ итеп
Кисәйем әле.
Йәншишмәһе – йәнгә шифа:
Эсәйем әле.
Һандуғастар тәсбих әйтә
Талдарға ҡунып.
Һылыуҙары һыуҙан ҡайта
Яҡты уй уйып.

Йәнгенәмдең яңы айҙай
Иң тулған мәле, –
Уралымды ожмах ҡылып
Ултырам әле!

Уралтау
Нисә тапҡыр ҡар ҡаплаған
Олпат башын Уралдың?!
Күпме тапҡыр түбәһендә
Ҡара һөрөм уралды?!

Теҙ сүкмәгән баһадирҙай,
Башын терәп күктәргә,
Урал тора дауылдарҙа
Терәк булып күптәргә.

Ер шарының уртаһында
Ҡупмаһын, тип, ҡабат яу,
Донъяларҙың именлеген
Һаҡлап тора Уралтау.

Үҙемә һүҙ
Гел әҙерҙе көтөп йәшәмәсе, күңел,
Ваҡланыуҙан төңөл, бойоғоу – төҫ түгел.
Уттарға ин, диңгеҙҙәр кис, күктәргә аш,
Кәрәк икән ямғыр булып Ергә түгел.

Яҙыусы, шағир, педагог, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Ҡамса Мортазинға – 60 йәш
Яҙыусы, шағир, педагог, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Ҡамса Мортазинға – 60 йәш
Яҙыусы, шағир, педагог, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Ҡамса Мортазинға – 60 йәш
Автор:Лилия Мавлетова
Читайте нас