+20 °С
Дождь
VKOKМакс
Юбилейҙар
20 Августа , 09:55

«Өс тағаным — хәтер, хаҡлыҡ, хыял — Өс тарафым булып еләсәк»

Бөгөн танылған шағирә һәм яҙыусы, күренекле журналист, "Йәншишмә" гәзите ветераны  Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНАҒА — 75 йәш.  Танылған шағирә һәм яҙыусы, күренекле журналист Зөһрә Ҡотлогилдинаның ижады менән бала саҡтан танышмын. Емешле хеҙмәте өсөн Башҡорт­остан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт, Баязит Бикбаев, Рәми Ғарипов исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры исемдәренә лайыҡ булған билдәле шәхес бит ул.

«Өс тағаным — хәтер, хаҡлыҡ, хыял — Өс тарафым булып еләсәк»«Өс тағаным — хәтер, хаҡлыҡ, хыял — Өс тарафым булып еләсәк»
«Өс тағаным — хәтер, хаҡлыҡ, хыял — Өс тарафым булып еләсәк»
Шағирә 1951 йылдың 20 авгусында Көйөргәҙе районы Ялсыҡай ауылында Миңһылыу менән Сәлимйән Ҡотлогилдиндарҙың ғаиләһендә тыуған. Аталары 1943 йылдың ғинуарында фронтҡа китеп, шунан ҡаты яралар алып, оҙаҡ йылдар ауырыу менән яфалана, госпиталдәрҙә дауалана һәм йәшләй генә вафат була.
Һуғыштан һуң тыуған бер бала мин,
Һуғыш төҫө таныш, бик таныш.
Йәш ярымдан атайымдан айырып,
Ниҙәр татытманы был яҙмыш.
Буласаҡ шағирә 1968 йылда Таймаҫ мәктәбен тамамлай. 1968—1969 йылдарҙа ошо уҡ райондың Шишмә ауылында башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эш башлай.
1969 — 1970 йылдарҙа «Ильич юлы» район гәзитендә тәржемәсе була.
1970 — 1975 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый һәм ундағы «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгендә әүҙем шөғөләнә. Бишенсе курста уҡып йөрөгәндә «Баш­ҡортостан пионеры» («Йәншишмә») балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенә эшкә саҡырыла һәм оҙаҡ йылдар шул баҫмала уңышлы хеҙмәт итә, гәзиттең әҙәбиәт бүлеге мөдире булып эшләй. «Ижад шишмәм – «Йәншишмә» мәҡәләһендә: «Һәр кемдең бала саҡ тормошонда иң иҫтәлекле мәлдәре була. Миндә ул «Баш­ҡортостан пионеры» (хәҙерге «Йәншишмә») гәзите менән бәйләнгән», — тип яҙа.
Зөһрә Ҡотлогилдина әҙәбиәткә үткән быуаттың 70-се йылдарында килә. Поэзия, проза жанрҙарында әүҙем ижад итә. «Әсәйем һөйөнөсө» китабы менән әҙип үҙен башҡорт балалар прозаһы өлкәһендә уңышлы ижад итеүсе хикәйәсе итеп танытты.
2013 йылда донъя күргән «Күҙҙәремә ҡара» китабында шиғырҙары һәм «Юҡ ауылды юҡһынам» поэмаһы урын алған. Ил, выждан, намыҫ, йәшәү мәғәнәһе хаҡындағы шиғырҙары ла уҡыусылар күңлендә үҙ урынын тапты.
«Уйылам уйҙарымдан», «Шәфәҡ нуры» шиғри йыйынтыҡтарында шағирәнең йәшәү мәғәнәһе, донъя яҙмышы хаҡындағы поэтик уйланыуҙары сағылыш тап­ҡан.
Зөһрә Ҡотлогилдинаның «Ялан сәскәләре» китабына әсә, бала, мөхәббәт, тормош хаҡындағы лирик һәм фәлсәфәүи шиғырҙары, йырҙары, поэмалары ингән.
Һуғыштан алған ҡаты яраларҙан һуң 30 йәшен дә тултырмаған аталары вафат була. Йәш көйөнсә тол булып ҡалған әсәләре Миңһылыу ике баланы ла ел-ямғыр тейҙермәй, матур итеп үҫтерә.
Юғалтҡаным булды күп нәмәмде;
Атайымды йәштән юғалттым, – тип яҙасаҡ был хаҡта шағирә.
Атайымдың барып ҡәберенә
Ташҡайҙарын тик бер һыйпаһам....
Сабый күңелендә хәтирәләр буйынса ғына атаһының тере образы уйылып ҡала. Ҡыҙ хәтерендә:
Ваҡытында мин дә салғы тоттом,
Олатайым торҙо өйрәтеп.
Ситтән генә үҙе ҡарар ине,
Тәмәкеһен яйлап көйрәтеп.
Йәки:
Олатайҙан ҡалған моңло йырҙы
Һуҙып-һуҙып ҡына көйләһәм, — ти икән шағирә, уның оло донъяһына олатаһы, туған-тыумасалары ла ҙур өлөш индергән. Ә тормош йөгөн ирҙәр һымаҡ иңенә алған әсәләре тәүге мөхәббәтенә тоғро ҡалып, ғүмерен балаларына арнай.
Бейә елендәре кеүек,
Ике бөртөк кенә беҙ, – ти автор. Һәм ул бала сағы хаҡында:
Әсәйгә бер аҙ булһа ла
Еңеләймәҫме, тип, йөк,
Икебеҙ ике яғынан
Терәк булып егелдек.
Утын, бесән, сөгөлдөр, тип
Беҙҙең ял үтә ине.
Бала саҡтың уйындары
Хыялда көтә ине.
Зөһрә Ҡотлогилдинаның ижадында әсәһенә арналған шиғырҙар бихисап. Ул ғаләмгә әсә күҙҙәре аша баға, тәбиғәттең бар төҫтәрен уның ҡараштары аша тоя, оло мөхәббәтте лә әсәһенең хис-тойғолары кеүек ҡабул итә.
«Әсәйем тауышы» бүлегендә лә ер төҫө хаҡында бәхәс, тәғлимәттәр дауам итә. Һары, ҡара, һағыш, аҡ һәм моңһоу төҫтәрҙе лә өҫтәп, фекерҙе киңәйтә. «Күңелем тауышы» тигән бүлек лирик герой исеменән шәлкемде һүтә. Ямаулы етем күңелдәренә ата-әсә наҙы теймәһә лә. Төштәрендә генә әсә менән һөйләшеүе лә оло бәхеткә әүерелә лә ер төҫө етем бала төҫөндә һеңә. Шәлкемде бар яҡлап йомғаҡлап тороусы «Ветеран тауышы» бик уйландырғыс, уҡыусының зиһенен ялмап ала. Ерҙе ул ғүмер, ҡан, хәтер, хәүеф, йәшәү һәм үлем төҫтәрендә күҙаллап, һығымта ла яһай:
...Ерҙең төҫө ниндәй?
Көсө ниндәй?
Ниндәй уйҙар таша йөҙөндә?
Ул, 
ахыры, бөгөн тик бер төҫтә –
Кешеләрҙең намыҫ төҫөндә.
Ысынлап та, был — әлеге көндә лә бик актуаль яңғыраған, мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында иркен фекер йөрөткән әҫәр. Зөһрә Ҡотлогилдина шиғриәтендә ундай әҫәрҙәр, лирик йөҙөн билдәләрлек йырҙар ҙа байтаҡ.
Ул ошо гәзиттә эшләүе менән һәр саҡ ҡәнәғәт була: «Башҡорт дәүләт университетының V курсында уҡып йөрөгәндә үк «Башҡортостан пионеры» (хәҙерге «Йәншишмә») гәзитенә эшкә саҡырҙылар. Шунан алып бөгөнгәсә балаларҙың тәүге ижад емештәрен уҡыусыларға еткереүгә үҙ өлөшөмдө индерәм. Ижадына беҙ ҡанат ҡуйған балаларҙың күбеһе – үҙҙәре хәҙер танылған шағирҙар, яҙыусылар, журналистар. Ә уҡытыусы һөнәрен һайлап, республикабыҙҙың райондарында, ҡалаларында эшләгәндәре мәктәптәрҙә йәш хәбәрселәрҙең һәм әҙәбиәтселәрҙең түңәрәктәрен ойоштороп, илһөйәр егет һәм ҡыҙҙар тәрбиәләй. Эшеңдең ошондай һөҙөмтәләрен күреү – үҙе ҙур бәхет», — тип яҙа шағирә.
Зөһрә Ҡотлогилдина — республикала танылған журналист ҡына түгел, ә үҙ журналистика мәктәбен булдырған шәхес, сөнки «Йәншишмә» гәзите быуын-быуын йәш хәбәрселәр әҙерләүсе матбуғат баҫмаһы ла булып тора. «Тамыр­ҙарым — ерҙә, йәнем күктә» йыйынтығында уның төрлө йылдарҙа яҙған мәҡәләләре тәҡдим ителә. Китап әҙибәне һиҙгер күңелле, үткер ҡәләмле оҫта журналист һәм төрлө өлкәлә лә берҙәй кимәлдә уңышлы эшләгән публицист итеп күрһәтә. Авторҙың был йыйынтығы киң ҡатлам уҡыусыларға әҙәбиәт һәм мәҙәниәт өлкәһендә ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр биреүе, билдәле шәхестәрҙең билдәһеҙ яҡтарын, күңел донъяһын асыуы менән айырыуса ҡиммәтле.
Шәхсән үҙем өсөнсө синыфта «Баш­ҡортостан пионеры» гәзитенә мәҡәләләр, шиғырҙар, хикәйәләр ебәрә башланым, тик бишенселә уҡығанда ғына тәүге мәҡәләм баҫылып сыҡты. Артабан гәзиттең иң әүҙем йәш хәбәрсеһенә әүерелдем. Зөһрә апайҙың файҙалы кәңәштәре мәҡәлә йәки әҙәби әҫәр яҙыуға ғына түгел, ә шәхес булып формалашыуҙа ла ҙур роль уйнаны.
Халҡыбыҙҙа «Йөрөгәндең аяғына йүрмә эләгә» тигән әйтем йәшәй. Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы журналист булып эшләгәндә оло табышҡа һуҡмаҡ һала. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ҡатындарының, һуғыш осоро балаларының хәтирәләрен яйлап туплай башлай. Йылдар үтә килә был хәтирәләр ысын мәғәнәһендә аҫыл яҙмаларға әйләнә. Автор уларҙы бер нисә томда «Һуғыш яралаған бала саҡ» тигән китапҡа туплай, нәшер итә. Артабан урыҫ теленә тәржемә итеп, башҡа халыҡтар аудиторияһына ла сығар­ҙы. Билдәле шағирә, тынғыһыҙ эҙәрмән, танылған журналист Зөһрә Ҡотлогилдинаның Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналып, тыл ветерандарының иҫтәлегенән тупланған «Һуғыш балалары һөйләй» тигән өсөнсө йыйынтығы ла баҫылып сыҡты. 2010 йылда «Һуғыш балалары — тарих яралары», 2015 йылда – «Һуғыш яралаған бала саҡ» исемле китаптары донъя күргәйне. Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыр өсөн ниндәй генә хәсрәттәр, ауырлыҡтар, ғазаптар күрмәгән яҙмыштар тураһында яҙылған был китаптарҙа.
Ғөмүмән, Зөһрә Ҡотлогилдинаның бөгөн дә шиғриәте йыр булып күңелдәрҙә моң уята, һүҙ сәнғәтенең иң юғары кимәле булған образлы фекерләү аша кешеләрҙең асылдарын аса.


Зәки ӘЛИБАЕВ,
Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы директоры,
филология фәндәре кандидаты.
«Өс тағаным — хәтер, хаҡлыҡ, хыял — Өс тарафым булып еләсәк»
«Өс тағаным — хәтер, хаҡлыҡ, хыял — Өс тарафым булып еләсәк»
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас