

Миңә, шиғриәткә ылыға башлаған кешегә, ундағы шиғырҙар күңелгә бик хуш килде. Ҡайһыларын ятлап та алғайным. Йыр кеүек яңғыраған шиғри әҫәрҙәр яҙған апай менән «Йәншишмә»лә тәүге ижад емештәремде баҫтыра башлағас, яҡынданыраҡ таныштым. Ул миңә ижад эшенә бәйле урынлы кәңәш һүҙҙәрен табып, матур йөкмәткеле хаттар ебәрә ине. Уларҙы уҡып, тағы ла сәмләнеберәк, дәртләнеберәк ҡәләмемә тотона торғайным.
Нисә йәш быуынға ҡанат ҡуйған, Зөһрә йондоҙҙай юл күрһәткән апайыбыҙ бит ул Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы. Беҙ, «Йәншишмә» мәктәбенән үҫеп сыҡҡан йәш хәбәрселәр, иң беренсе тап Зөһрә апайыбыҙға рәхмәтлебеҙ. Мин уны: «Ҡотло ҡуллы Зөһрә апай», — тип атар инем, сөнки остазыбыҙҙын тырыш хеҙмәтенән, йәштәргә иғтибарлы булыуынан күптәр ҙурыраҡ киңлектәргә сығып, ижад даръяһында ҡолас ташлап йөҙә. Тап Зөһрә апайҙың ваҡытында әйткән йылы һүҙҙәре, ә ҡайһы саҡта шелтәләп, тәнҡитләп алыуы ла һүҙ ҡәҙерен белергә, туған телдең әһәмиәтен тойорға ярҙам итә. Ул – йомарт, ихлас, изге күңелле, миһырбанлы. Эштә лә, ижадта ла, дөйөм әйткәндә, ябай тормошта ла. Студент йылдарында, редакцияға нисә килһәк тә, Зөһрә апай сәй эсермәйенсә, тәмлекәстәр менән һыйламайынса сығармай торғайны. Эше баштан ашһа ла, ваҡытын бүлеп, хәлдәрҙе һорашып, арҡанан һөйөп, апайҙарса беҙҙе, әле генә тыуған йорттарынан осоп сыҡҡан балаларҙы, ихлас ярата ине. Был тормошта ыжғыр елдәр иҫеп, нимә эшләргә белмәй баҙап ҡалған мәлдәрҙә лә Зөһрә апай йыуатыр һүҙ табып, күңелгә дауа бирер, һинең өсөн борсолор, шул уҡ ваҡытта терәк-таяныс булыр яҡын кеше лә ул... Илһамландырыусы ижадсы ла, тиер инем Зөһрә Сәлимйән ҡыҙын. Уның «Ялан сәскәләре» тигән шиғри йыйынтығы – минең иң яратҡан китаптарымдың береһе. Әҫәрҙәрендә ата-әсәһенә булған тәрән ихтирам тойғоһо күреп һоҡландым, автор менән бергә шиғырҙары аша уйҙарымда тыуған яҡтарға ҡайтып ураным, ижад тураһында яҙғандарын уҡып, күңелем ҡанатланды... Поэмалары менән танышҡас, хисләнеп, үҙем дә тәүге тапҡыр поэмалар яҙып ҡараным...
Ә ниндәй матур йырҙар ижад итә композиторҙар Зөһрә апайҙың шиғырҙарына! Көйҙәрен билдәле композитор Салауат Низаметдинов яҙған «Ялан сәскәләре», «Күҙҙәремә ҡара» — минең иң яратып тыңлаған йырҙар. Хисләнмәү мөмкин түгел: уларҙы тыңлаһаң, донъяны тап Зөһрә апайса ҡабул итә башлайһың...
Хөрмәтле Зөһрә апай! Һеҙҙе күркәм юбилейығыҙ айҡанлы тәбрикләп, ысын күңелдән сикһеҙ рәхмәттәремде еткергем килә! Һеҙҙең кеүек ҡанат ҡуйыусы апайҙар булғанда, ижад донъяһы бар тылсымында, бар матурлығында, илаһилығында асыла! Һеҙҙең егәрлелек, таҫыллыҡ, йор һүҙлелек, тәрән аҡыл, ихласлыҡ беҙгә, йәштәргә, изге өлгө. Ҡотлау һүҙҙәремде шиғри юлдар аша юллайым:
Һеҙҙең ижад — беҙгә ҡанат,
Яҙығыҙ ҙа яҙығыҙ!
Ҡышығыҙ ҙа һеҙҙең күркәм
Һәм ҡояшлы яҙығыҙ!
Зөһрә апайҙың йәйендә –
Шау ялан сәскәләре!
Һеҙгә илтәм гөлләмәне –
Нур-йылы сәскәндәрен!
Зарина БАҒЫШАЕВА,
Рәсәй Федерацияһы ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы уҡытыусыһы, шағирә.