Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаев 1941 йылдың 1 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районы Таңатар ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, биш йыл Хәйбулла, Бөрйән һәм Баймаҡ райондары мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. Һуңынан «Ағиҙел» журналының әҙәби хеҙмәткәре һәм яуаплы секретары, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡара. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең баш мөхәррире һәм директоры була. Ул — егерменән ашыу шиғыр китабы, утыҙ бер поэма, шулай уҡ башҡорт фольклоры буйынса проза һәм ғилми тикшеренеү хеҙмәттәре авторы.
«Рух яҙыуы» шиғырҙар һәм поэмалар китабы өсөн Ҡәҙим Аралбаев Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. 2011 йылда уға «Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелә. 2021 йылда Салауат Юлаев ордены кавалеры булһа, ә 2024 йылда Рәсәй Яҙыусылар союзының юғары наградаһы – «Әҙәбиәттәге ҡаҙаныштары өсөн» почёт билдәһе менән бүләкләнә. Сергей Чекмарев, Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева, Фатих Кәрим һәм Назар Нәжми исемендәге премиялар лауреаты. «Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районының Почётлы гражданы» исеменә лә лайыҡ ул.
Сарала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев исеменән шағирҙы Башҡортостан республикаһы мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов ҡотлап:
— Һеҙҙең байрам – ул бар Башҡортостан халҡы өсөн дә байрам, сөнки һеҙҙең ижадығыҙ әҙәбиәт һөйөүселәрҙе рухландыра һәм илһамландыра. Һеҙгә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ һәм яңы ижади уңыштар теләйем. Һәр көнөгөҙ яңы шатлыҡтар килтерһен, ә һеҙҙең һүҙ көсөгөҙ кешеләрҙең йөрәктәрен йылытыуҙы дауам итһен, — тине.
Фәнүр Рәфис улы Ҡәҙим Аралбаевҡа мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫешенә индергән өлөшө өсөн Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығының Почёт грамотаһын тапшырҙы.
Ҡотлау һүҙе менән Өфө ҡалаһы башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов сығыш яһаны. Ул Ҡәҙим Аралбаевты әсәһенең уҡытыусыһы булыуын айырыуса билдәләп, шағирҙы юбилейы менән ихлас ҡотланы. Шулай уҡ юбилярҙы Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Илмир Ҡотоев, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы» халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов үҙҙәренең ҡотлауҙарын еткерһә, видеояҙма аша Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, шағирҙың ейәнсәре, йырсы Гөлнур Ҡарабулатова һәм уның тормош иптәше ҡотланы. Тағы ла алып барыусылар Рәсәй Яҙыусылар союзының яуаплы секретары Николай Иванов ебәргән ҡотлау һүҙҙәрен дә уҡыны.
Кисәнең музыкаль өлөшө лә бай булды. Сәхнәлә Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, шағирҙың кейәүе Рәсүл Ҡарабулатов һәм «Йомаҡ» этно-электрон проекты менән йырсы Зөлхизә Илбәкова, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Ишморат Илбәков сығыш яһаны. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары – Хәйбулла районында тыуған Рәсәй Федерацияһының Һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Фәнис Рәхмәтов, артистар Айҙар Шәмсетдинов һәм Морат Рафиҡов шағирҙың шиғырҙарын һөйләгәндә, беҙ ҙә уйҙарыбыҙ менән Хәйбулла яҡтарына барып ҡайттыҡ…
Ҡәҙим Аралбаев үҙе сығыш яһағанда остаздарының рухтарын шатландырып, шиғриәт һәм ижад юлына баҫырға ярҙам иткән Мостай Кәрим һәм Рәми Ғарипов хаҡында йылы хәтирәләргә туҡталып китте.
Кисәне бай йөкмәткеле итеп шағирҙың ҡыҙы, журналист Ләйлә Аралбаева һәм шағирҙың ейәне, артист Ильяс Ҡарабулатов алып барҙы.

Ойошторолған юбилей кисәһе туған телгә, тыуған яҡҡа һөйөү менән һуғарылып, күңелдәребеҙгә илһам, дәрт өҫтәне. Моғайын, йыйылған халыҡ илһамланып таралғандыр, сөнки сара йылы, матур ғына мөхиттә уҙҙы.