+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юғалтыу
7 Апрель 2022, 09:43

Билдәле рәссам арабыҙҙан китте

Учалылағы балалар сәнғәт мәктәбенең элекке директоры, билдәле рәссам Рәмил Әхмәтғәли улы Ғайсиндың ғүмере өҙөлдө. Туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 

Билдәле рәссам арабыҙҙан китте
Билдәле рәссам арабыҙҙан китте

Силәбе өлкәһенең Үрге Урал районында 3 апрель көндө «Lada Largus» машинаһында Рәмил Ғайсиндың һәм уның ҡатынының автоһәләкәттә ғүмерҙәре өҙөлдө. «Lada Granta»ның водителе һәм пассажиры ла вафат булған.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Ғайсин Магнитогорск педагогия институтының графика факультетын тамамлай. 1980 йылдан алып 2017 йылға тиклем Учалылағы балалар сәнғәт мәктәбенең директоры була. Һынлы сәнғәт, һүрәт, композиция, биҙәү-ҡулланма композицияһы йүнәлешендә дәрестәр ҙә алып барған.

Пейзаж, натюрморт, тематик композициялар жанрында эшләгән рәссам – 700-ҙән ашыу картиналар авторы. Шәхси күргәҙмәләре Учалы (1982, 1995, 2005 йылдарҙа) һәм Белорет (2005) ҡалаларында уҙа. Әҫәрҙәре Мәскәү, Өфө, Ҡазан, Екатеринбург ҡалаларында күргәҙмә залдарында ҡуйыла, Франция, Германия, Финляндия, Ҡаҙағстан илдәренең шәхси коллекцияларында һаҡлана.

Фото https://vk.com/id198208087?z=photo198208087_314049819%2Fphotos198208087 алынды.

Билдәле рәссам арабыҙҙан китте
Билдәле рәссам арабыҙҙан китте
Билдәле рәссам арабыҙҙан китте
Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: