0 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Юғалтыу
11 Декабрь 2022, 17:45

Бәхил бул, әҙип!

Башҡорт шағиры, күренекле яҙыусы, драматург, журналист Мөҙәрис Басир улы Багаев арабыҙҙан китте. Мәрхүмдең яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Хоҙай үҙҙәренә сабырлыҡ бирһен.

Бәхил бул, әҙип!
Бәхил бул, әҙип!

Мөҙәрис Басир улы Багаев 1951 йылда Федоровка районының Батыр ауылында тыуған. Башҡортостан ауыл хужалығы институтының иҡтисад факультетын тамамлаған. Юғары һөнәри белем алғас, республиканың колхоз һәм совхоздарында иҡтисадсы, агроном, прораб булып эшләй. Унан Ишембай ҡалаһына күсә.

Ҡатыны менән ике ул тәрбиәләй.

2011 йылда Мөҙәрис Багаевты Башҡортостандың Башҡорт йәштәре союзы етәксеһе итеп тәғәйенләйҙәр. Ул "Торатау" Ишембай район гәзитенең ауыл хужалығы бүлеге мөдире була.

Салауат башҡорт драма театрында уның пьсалары буйынса спектаклдәр даими ҡуйыла.

Мөҙәрис Басир улының йәне йәннәттә булһын!

Сығанаҡ: ba.wikipedia

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: