Мортаза Ғөбәйҙулла улы бөтә ғүмерен республикаға һәм халҡына бағышланы. Ә 1990 йылдан 1993 йылдың 24 декабренә тиклем БАССР-ҙың Юғары Советы рәйесе булды. 1993 йылдың 25 декабренән 2010 йылдың 15 июленә тиклем - Башҡортостан Республикаһы Президенты.
Ул ҙур сәйәсәттә 13 йылдан ашыу булманы, әммә республиканың һәр кешеһе үҙен ныҡ яратты һәм хөрмәт итте. Мортаза олатай ҡатмарлы ваҡыттарҙа ла Башҡортостан халҡы менән бергә булды, ситтә ҡалманы. Һәр ваҡыт ярҙам итте һәм кәңәштәрен бирҙе. Ошоноң менән абруйлы булды. Әле генә Мортаза Ғөбәйҙулла улы республика халҡын Яңы йыл менән ҡотлап, Башҡортостандың һәм илдең сәскә атыуын теләгәйне.
Тотош дәүер юҡҡа сыҡты. Барлыҡ республика халҡының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Сығанаҡ һәм фото: vk.com