+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юғалтыу
14 Ғинуар 2023, 14:03

"Мине ерләгәндә ҡурай моңо яңғыраһын"

Беренсе Президентыбыҙ Мортаза Рәхимовтың йөрәге тибеүҙән туҡтағас, бар республика етемһерәп ҡалғандай булды. 

"Мине ерләгәндә ҡурай моңо яңғыраһын"
"Мине ерләгәндә ҡурай моңо яңғыраһын"

Кисә уны һуңғы юлға оҙатырға килеүселәрҙе "Башҡортостан" концерт залында ҡурай моңо ҡаршы алды. Мортаза Ғөбәйҙулла улының бер туған  Гәрәй ағаһының ҡыҙы Рәүфә Рәхимова әйтеүенсә, яратҡан Бабайыбыҙ үҙе шулай теләгән икән. "Мине ерләгәндә мотлаҡ башҡорт ҡурайы моңо яңғырарға тейеш", - тигән. Донъяла танылыу яулаған ҡурайсы Роберт  Юлдашев башҡарыуындағы "Урал" көйө аҫтында оҙаттыҡ Ил ағаһын. 

Мортаза Рәхимов туған халҡының мәҙәниәте һәм сәнғәтен ныҡ яратты шул. 

Фото: vk.com

"Мине ерләгәндә ҡурай моңо яңғыраһын"
"Мине ерләгәндә ҡурай моңо яңғыраһын"
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: