Мостай Кәримдең «Салауат», «Киске табын», Флорид Бүләковтың «Шайморатов генерал», «Дала ҡиссаһы», Наил Ғәйетбайҙың «Аты барҙың – дәрте бар», «Эңер төшкәндә», Рәмил Ҡол‑Дәүләттең «Бермуд өсмөйөшө»... Ул Йәш тамашасы театрында художество етәксеһе булған осорҙа башҡорт һәм урыҫ труппаларының берләшеүе театрҙың Башҡортостан Республикаһының Милли йәштәр театры тип үҙгәртелеүенә булышлыҡ итә. Күп тамашаларҙың, сараларҙың, I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы барған саҡта үткәрелгән, Мәскәүҙә Башҡортостан көндәрендәге концерттарҙың режиссёры.
Бай тәжрибәле остазыбыҙ, халҡыбыҙҙың иң шәп режиссёрҙарының береһе Азат Әхмәҙулла улының йәне йәннәттә булһын. Туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: vk.com