-10 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Юғалтыу
30 Март 2025, 17:35

Теүәл бер йыл үтте...

Эйе, был фажиғәле хәл 30 март булғайны. Ваҡиғалар барышын бөтә республика күҙәтте, көйҙө. 

Теүәл бер йыл үтте...
Теүәл бер йыл үтте...

Тик Дамир һаман табылмай шул... Ошо көндәрҙә уға 15 йәш тулыр ине. 

Фажиғә көнө

2024 йылдың 31 мартында иртә таңдан республика буйлап борсоулы хәбәр таралды. Өфөлә ике дуҫ – 13 йәшлек Павел Паличев һәм 14 йәшлек Дамир Әҙеһәмов юғалды. «ЛизаАлерт» эҙләү-ҡотҡарыу отряды мәғлүмәттәре буйынса, үҫмерҙәр 30 мартта өйҙән сығып киткән һәм әйләнеп ҡайтмаған. Балалар тренировканан һуң йылға буйында пикник эшләп алырға теләгән. Бының өсөн улар «Аҡсарлаҡ» лагеры биләмәһенә юл тотҡан. Эҙәрмәндәр версияһы буйынса, үҫмерҙәрҙең береһе боҙға сыға һәм ниндәйҙер мәлдә һыу аҫтына ҡолай. Икенсеһе уны ҡотҡарырға маташа, әммә үҙе лә һалҡын һыу ауына эләгә. Телефондар бер үк ваҡытта тиерлек һүнә.

Һыу аҫтында, ерҙә һәм бейеклектән

Юғалған малайҙарҙы бөтә ерҙә эҙләй башланылар. Был эшкә туғандары, ирекмәндәр һәм полицейскийҙар ғына түгел, шулай уҡ граждандарҙан яҡлау идаралығы, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары ла ҡушылды.

Водолаздар һыу аҫтын тикшерҙе. Федераль ведомстволар белгестәре үҫмерҙәрҙе пилотһыҙ аппараттар һәм вертолет ярҙамында эҙләне. Өс көндән һуң ҡеүәтле биноклдәр, моторлы кәмәләр һәм һыу аҫтындағы картинаны күрергә мөмкинлек биргән эхолот етмәүе асыҡланды. Битараф булмаған кешеләр ҡотҡарыусыларға ярҙам итте, кәрәк-яраҡ бирҙе. Әммә һөҙөмтә булманы.

Штаб

2024 йылдың 3 апрелендә Өфөгә Мәскәү, Калуга, Пермь, Силәбе һәм илдең башҡа ҡалаларынан тәжрибәле эҙләүселәр килде. Оператив штаб 40-сы мәктәптең спорт залында урынлашты һәм тәүлек әйләнәһенә бер ай тиерлек эшләне. Отряд ирекмәндәре бер-береһен алмаштырып торҙо. Ә Өфө халҡы көн һайын уларға штабҡа аҙыҡ-түлек, һыу, резина итектәр һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр килтерҙе.

6 апрелдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров штабҡа үҙе килде. Ул «эҙләү эштәре, боҙға ҡарамай, аҙаҡҡа тиклем барырға тейеш», тип белдерҙе.

Ҡурҡыныс табыш

2024 йылдың 26 майында Ағғиҙел йылғаһы ярында Еңеү паркында 13 йәшлек Павел Паличевтың кәүҙәһе табылды. Дамир Әҙеһәмовты эҙләү дауам итте.

Эҙләүгә ҡушылырға, ирекмән булырға йәки уларҙың нисек ойошторолоуы тураһында белергә теләүселәр өсөн «ЛизаАлерт» даими рәүештә уҡытыу семинарҙары үткәрә.  Отрядҡа 18 йәштән өлкән теләгән һәр кем ҡушыла ала, ул рәсми төркөмдә ирекмән анкетаһын тултыра.

Экстрасенстар ярҙамға килмәй

Бер йыл үткәс, 2025 йылдың 20 мартында, республикаға «Экстрасенстар алышы» шоуында ҡатнашыусылар килде. Медиум Александр Шепс, күрәҙәсе Виктория Райдос һәм экстрасенс Артем Краснов Шаран районына саҡырылды. Форсаттан файҙаланып, Дамирҙың әсәһе Гүзәл Сагмановна ла килеп етә. Ҡатын күҙ йәштәре менән Артем Красновҡа мөрәжәғәт итә, тик "вампир" тыңлап тормай, машинаға ултырып китеп бара. «Өфө 1» мәғлүмәттәре буйынса, Дамирҙың атаһы улын эҙләгәндә вафат була, йөрәге күтәрмәй.

Һандар, һандар...

Дамир Әҙеһәмов менән Павел Паличевты эҙләү республикала иң оҙайлы һәм масштаблы операция һанала. 2200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты, төркөмдәр 650-нән ашыу задание үтәне, 6500 саҡрымдан ашыу юл үтте. Әле лә малайҙы эҙләү туҡтатылмай. Төрлө мәғлүмәт йыйыла, «ЛизаАлерт» ҡыҙыу линияһы эшләй.

Ата-әсәләргә Хоҙай түҙемлек, ярҙам бирһен...

Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас