-10 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Юғалтыу
8 Август 2025, 14:25

"Бәйләнешкә сыҡмаһам, тимәк, мин инде юҡмын..."

Учалы егете Рөстәм Мөхәмәҙиевҡа ошо көндәрҙә 35 йәш тулыр ине. 

"Бәйләнешкә сыҡмаһам, тимәк, мин инде юҡмын..."
"Бәйләнешкә сыҡмаһам, тимәк, мин инде юҡмын..."

Ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһе Мәҫкәү ауылында йәшәүселәргә ҙур ҡайғы килтерҙе. Миңзәлә Ғәнтәр ҡыҙы менән Дәүләт Сәйфетдин улы Мөхәмәҙиевтарҙың уртансы улдары махсус хәрби операция биләмәһенән цинк табутта ҡайтты.
Рөстәм Дәүләт улы 1990 йылдың 6 авгусында донъяға килә. Ғаиләлә өсөнсө малай булғас, иркә генә, шул уҡ ваҡытта тыныс, яҡшы күңелле, ағалары кеүек үк эшһөйәр егет булып буй еткерә. Мәҫкәү урта мәктәбендә белем ала. Синыф етәксеһе Гөлназ Урал ҡыҙы Шәһәрғәзина иҫтәлектәре менән бүлеште.
– 2001 йылда миңә 15 уҡыусынан торған синыф бирҙеләр. Бындай ҙур коллективты нисек етәкләрмен, тип юғалып та ҡалдым башта. Шулай ҙа бер ҙә ҡыйын булманы: балалар миңә үҙҙәре ярҙам итте, күңелле, дуҫ йәшәнек. 8 малай менән 7 ҡыҙҙың һәр береһе үҙенсәлекле шәхес ине. Рөстәм баҫалҡы, тырыш, ипле уҡыусы булып хәтеремдә ҡалған. Ябай ғына, әммә эшһөйәр ғаиләлә тәрбиәләнгән егеттең тәртип боҙғанын хәтерләмәйем. Ата-әсәләре балаларына ваҡытында кәрәкле иғтибарҙы бүлә белде, – ти ул. – Мәктәптә үткән мәҙәни һәм спорт сараларынан ситтә ҡалманы Рөстәм. Һәр эшкә яуаплы ҡарай торғайны. Намыҫлы, төрлө ситуацияларҙа үҙен дөрөҫ тота белгән егет булды. Шуға ла синыфташтары һәм уҡытыусылары алдында авторитеты бар ине. Һәр саҡ башҡаларға ярҙамға килде.
Эйе, әрмелә бергә хеҙмәт иткән егеттәр ҙә Рөстәмдең ярҙамсыллығын хәтергә ала. Хәрби хеҙмәткә Рөстәм 2009 йылдың майында саҡырыла. Унан ата-әсәһенә яҡшы ул тәрбиәләгәндәре өсөн Рәхмәт хаты ла килә.
Махсус хәрби операция башланғас, 2022 йылдың сентябрендә Рөстәм Дәүләт улын да мобилизациялайҙар. Егет һынатмай, дәүләт наградаларына ла лайыҡ була. Ике йыл эсендә ике тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайта. Ә 2024 йылдың 20 сентябрендә Рөстәмдән һуңғы шылтыратыу була.
– Һөжүмгә барыр алдынан гел шылтыратып әйтә ине. Көйөп ултырмағыҙ, заданиенан ҡайтҡас, үҙем хәбәр итермен, ти ине гел. Был юлы ла шулай булды. Бәйләнешкә сыҡмаһам, тимәк, мин инде юҡмын, тип белерһегеҙ, тине... – Миңзәлә Ғәнтәр ҡыҙына улы менән һуңғы һөйләшеүҙе хәтерләү еңелдән түгел.
Яугирҙы һуңғы юлға оҙатырға бөтә ауыл халҡы, туғандары, дуҫтары йыйылды. Ҡайғы уртаҡлашырға район администрацияһы вәкилдәре лә килде.
– Ошондай ауыр минутта терәк булған барыһына ла ҙур рәхмәт. Йылы һүҙҙәре менән дә күңелде йыуаттылар, финанс ярҙам менән дә килделәр. Туған-таныштар ҙа, бөтөнләй сит кешеләр ҙә терәк булырға тырышты, – ти Миңзәлә Ғәнтәр ҡыҙы. – Иң үкенеслеһе – ғаилә ҡороп өлгөрмәне улыбыҙ. Исмаһам, үҙенән һуң берәй малай ҡалдырһа ине лә...
Батырҙың яҡындарына сабырлыҡ теләйбеҙ. Рөстәм Дәүләт улы ауылдаштары хәтерендә мәңгегә ҡаласаҡ.
 "Йәшлек" гәзитенән алынды.

Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас