-10 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Юғалтыу
18 Ғинуар , 17:05

МХО батыры Фәнис "Бесбашенный"ҙың олатаһы баҡыйлыҡҡа күскән

Сая һәм ҡыйыу йөрәкле Тәтешле егете Фәнис Хөсәйеновтың олатаһы Миңлемәғҙән Хөсәйеновтың вафаты тураһында район башлығы Фәнүр Шәйхисламов социаль селтәрҙә хәбәр итә.

МХО батыры Фәнис "Бесбашенный"ҙың олатаһы баҡыйлыҡҡа күскән
МХО батыры Фәнис "Бесбашенный"ҙың олатаһы баҡыйлыҡҡа күскән

Миңлемәғҙән Муса улы хәләле менән һигеҙ бала үҫтергән, ғүмер баҡый колхозда эшләгән. Уларҙың тиҫтәләгән ейән-ейәнсәре һәм бүләһе бар. Уҙамандың ике улы һәм биш ейәне махсус хәрби операцияла ҡатнаша.

Уларҙың береһе сая Фәнистең исеме Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә билдәле, уның батырлығына һоҡланмаған, хайран ҡалмаған кеше булмағандыр. Бынан өс йыл элек, 2023 йылдың 17 ғинуарында, Башҡортостан халҡы уны хөрмәтләп һуңғы юлға оҙатты...

Ейән һәм олатай, тыныс йоҡлағыҙ!

 Сығанаҡ һәм фото: "ЮЛДАШ" радиоһы 105.5 Fм

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас