Артист менән бәхилләшеү шәмбе, 14 февралдә, иртәнге сәғәт 10-да Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерт залында уҙа.
Әйткәндәй, Илшат Фәсхетдинов Башҡортостандың сағыу артистар династияһынан. Атаһы Ридик Фәсхетдинов виртуоз баянсы ине. Әсәһе Эльза Ғәббәсова үҙ ғүмерен бейеүгә бағышланы. Улы Рияз әлеге ваҡытта Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжында уҡып йөрөй.
2024 йылдың сентябрендә Илшат Фәсхетдинов үҙ теләге менән махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Хәрби бурыстарҙы үтәү барышында ул фажиғәле һәләк була, оҙаҡ ваҡыт хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә.
Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Сығанаҡ һәм фото: Башҡортостаным | яңылыҡтар