

Ул бейене.
Уның менән бергә
Ирәндектә таштар терелде.
Ҡолас йәйеп тыпырланы киңлек,
Ҡоштай, ҡанаттары кирелде.
Ул бейетте йәйғор балҡыштарын,
Өҙә баҫты ләйсән ямғыры.
— Ҡушылығыҙ! — тиеп ҡарлы ҡыштар,
Алдыбыҙға баҫты саҡырып.
Ҡапыл тынлыҡ.
Күккә ашты бер моң.
Бушап ҡалды бейеү урамы.
Юҡ, түгел дә!..
Аҡ күлдәген кейеп,
Бейеп йөрөй февраль бураны.
Гөлназ Вәкил ҡыҙының йәне йәннәттә булһын!