Унда гимназиябыҙҙың VIII «Б» синыфынан Айгиз Харрасов та ҡатнашты. Ул математика, урыҫ, инглиз, башҡорт телдәре буйынса үҙ көсөн һынаны. 1 мең ҡатнашыусы араһынан Айгиз икенсе этапҡа үтте. «Һөҙөмтәләрҙе белгәс, ҡурҡтым да, шатландым да, – ти ул. – Өфөлә бит иң-иңдәр генә йыйыласаҡ».
Әйткәндәй, бәйге баш ҡаланың 44-се күп йүнәлешле полилингваль мәктәбендә уҙғарылды. Республикабыҙҙан бөтәһе 100 уҡыусы һайлап алынғайны. Ҡатнашыусылар төркөмдәрҙә Башҡортостандың мәҙәниәте, иҫтәлекле урындары тураһында төрлө телдәрҙә проекттар әҙерләгән. Һуңынан һәр команда эшен яҡлап сығыш яһаған, жюриҙың һәм ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап биргән. Беҙҙең Айгиз халҡыбыҙҙың милли батыры Салауат Юлаевтың һәйкәле тураһында ғилми хеҙмәтен тәҡдим иткән. Шуның буйынса инглиз һәм башҡорт телдәрендә сығыш яһаған. Уның проектын жюри ағзалары бик уңышлы, тип баһалап, мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин үҙен сертификат, флешка менән бүләкләгән.
Ғөмүмән, беҙҙең Айгиз – күптәргә өлгө. Башланғыс синыфта уҡығанда уҡ фәнни-эҙләнеү эштәренә тотона. Икенселә республика кимәлендәге фәнни-ғәмәли конференцияла II урын алған. Башҡорт теле йылында республика иншалар конкурсында III урын яуланы. Етенселә уҡығанда Башҡортостан Башлығының Шыршы байрамына барып ҡайтты. Беҙ Айгизгә артабан да тырышып уҡыуын, яратҡан һөнәрен алып, тормошонан, эшенән йәм табып йәшәүен теләйбеҙ.
3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.