+19 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Замана дәрестәре
12 Март 2021, 12:14

Ә миңә химия оҡшай

Был уҡыу йылында беҙ химияны өйрәнә башланыҡ. Бик ҡыҙыҡлы фән икән.

Дәрестәр ҙә бик мауыҡтырғыс үтә. Олимпиада мәсьәләләрен дә сисеп ҡараным. Мәктәптәге бәйгелә ҡатнашып, еңеүселәр исемлегенә индем.

Район олимпиадаһына ла ең һыҙғанып әҙерләндем. Ул онлайн рәүештә үтте. Әйткәндәй, минең өләсәйем Нәҡиә Саҙиҡ ҡыҙы Ғайсина – химия уҡытыусыһы. Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы, хеҙмәт ветераны, әлеге ваҡытта – хаҡлы ялда. Өйҙә – уның менән, мәктәптә химия уҡытыусыһы Нәғимә Исмәғил ҡыҙы Акилова менән әҙерләндек. Олимпиада­ның һөҙөмтәләре килгәнсе бик ныҡ тул­ҡынландым. Еңеүсе икәнлегемде белгәс, түбәм күккә тейгәндәй бул­ды. Шатлығым хатта эсемә һый­маны.

Республика этабында ҡатнашыу өсөн бөтә көсөмдө һалып тыры­шырға тура килде. Нәғимә Исмәғил ҡыҙының ауырыбыраҡ тороуына ҡарамаҫтан, 40 градуслы һыуыҡта ла мәктәп юлын тапаныҡ. Ял көндәре өләсәйем менән әҙерләндек, 2 сәғәт һайын – 15 минутлыҡ тәнәфес.

Бына Өфөгә бара торған көн дә етте. Уҡытыусым менән юлға сыҡтыҡ. Һепертмә буран бер аҙ борсоуға һалды, әммә имен-аман килеп еттек. Башҡорт дәүләт аграр университетының ятағына урынлаштыҡ. Тәүге тур – теоретик өлөш. Беҙгә Менделеев таблицаһы, ручка, ҡаралама һәм эсергә һыу бирҙеләр. Тулҡынланыу бар күҙәнәктәрем аша үтте. Мәсьәләләрҙе систем. Олимпиаданан һуң беҙгә лаборатория буйынса экскурсия үткәрелде.

Киләһе көн – практик өлөш. Беҙгә 4 төрлө тоҙҙо бирҙеләр, уларҙы ауырлыҡтарына ҡарап табырға һәм айырырға кәрәк ине. Был эште лә үтәй алдым. Әйткәндәй, иң-иңдәр араһында үткән олимпиадала 80 кеше ҡатнаштыҡ. Практик турҙан һуң Өфө дәүләт нефть техник университетының студенттары беҙгә химик шоу күрһәтте һәм «Олимпиада – уңышҡа ирешеүҙең бер ысулы» тигән күнекмә үткәрҙе.

Ниһайәт, тулҡынландырғыс мәл етте. Кемдәр еңеүсе булыр? Баштан мең төрлө уйҙар үтте. Ура, мин – призёр! Маҡтау ҡағыҙы һәм бик күп ҡиммәтле бүләктәр тапшыр­ҙылар. Уҡытыусыма ла Маҡтау ҡағыҙы бир­ҙеләр. Минең еңеүемдә өләсәйем менән уның да өлөшө ҙур. Үҙҙәренә рәхмәттәремде еткерәм.

Химия – иҫ киткес фән, уның эсендә беҙ иҫәпһеҙ-һанһыҙ файҙалы ла, зарарлы ла матдәләрҙе күрәбеҙ. Бар һөнәр эйәләренә лә был фән кәрәк. Унһыҙ йәшәйеш юҡ. Химияны мин яратып өйрәнәм. Бына әле йәйге каникулда уҙасаҡ «Изотоп – 2021» уҡыу күнекмәләренә саҡырыу ҙа алдым.

Мораҙым ҒАЙСИН,

VIII «В» синыфы уҡыусыһы.

Әбйәлил районы,

Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия.

Читайте нас: